Комбинаттың техник базаһы яңыртыла

Белорет металлургия комбинаты матди-техник базаһын нығытыуҙан туҡтамай, шул арҡала сит илдән дә заманса техника йыш ҡайтартыла. Яңыраҡ ҡына комбинат етәкселеге «Тойота» фирмаһынан ике автотейәгес һатып алды.
Бындай техника комбинаттың төр- лө маневрҙар яһай алған транспортын яңыртыу һәм күбәйтеү маҡсатында һатып алынды, сөнки һуңғы йылдарҙа автотейәгестәр иҫкереп, хеҙмәтләндереү сифаты күпкә кәмегәйне. Әлеге ваҡытта икенсе йылға комбинаттың яңы канат ҡорамалын сафҡа ебәреү ҙә планлаштырыла. Был иһә етештерелгән продукцияны ташыу күләмен күпкә арттырыр тигән ышаныс бирә.
Ҡайтарылған яңы япон техникаһын эшселәр һынарға ла өлгөргән һәм уның башҡа машиналарҙан күпкә өҫтөн, етештереү ҡеүәтенең юғары булыуын билдәләй. Улар 3 метрлыҡ бейеклеккә 2 тонналыҡ йөк күтәрә ала һәм шул уҡ ваҡытта төрлө маневрҙар яһай. Махсус шиналар автотейәгескә тотороҡло һәм ныҡлы булырға булышлыҡ итә.
Автотейәгес алыу проблемаһы бер нисә йыл элек үк ҡалҡып сыға, сөнки һуңғы партия 2011 йылда ғына алынған була. Машинаға көсөргәнешле режимда эшләргә тура килгәнлектән, файҙаланыу ваҡыты ла күп түгел, 5 йылға ғына етә. Техника бер туҡтауһыҙ эшләһә лә, ул тәүлегенә ни бары 350 тонна ғына продукцияны күсерә ала. Бөгөн яңы автотейәгестәр ярҙамында эште башҡарыу ваҡыты күпкә яҡшырған.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий