Күңелегеҙ - белем баҡсаһы

Күңелегеҙ - белем баҡсаһы
Сермән урта мәктәбе коллективы илебеҙгә лайыҡлы граждандар тәрбиәләү менән берҙәм шөғөлләнә. Беҙ, ата- әсәләр, шундай татыу коллектив эшләгән мәктәбебеҙ менән ғорурланабыҙ. Белем усағыбыҙҙан күпме кеше уҡып сығып, дан ҡаҙанған. Ә бөгөнгө һүҙебеҙ ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләгән башланғыс кластар уҡытыусыһы Люциә Жәмил ҡыҙы ШАҺИМОРАТОВА хаҡында.
Люциә Жәмил ҡыҙы 1967 йылда Учалы ҡалаһында донъяға килә. Бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағас та ошо һөнәрҙе һайлай. 1987 йылда Учалыла вожатый булып эшләй башлай. Тырыш, ныҡышмалы, талантлы йәш белгескә башланғыс кластар уҡытыусыһы эшен ышанып тапшыралар. Ике йыл эшләгәндән һуң, һөйгәне Вәкил Йәнйегет улы менән сәстәрен сәскә бәйләй. Люциә Жәмил ҡыҙы Сермән мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. 30 йыл бер эштә генә эшләүе уның эшен яратып башҡарыуын күрһәтә.
Тәжрибәле, белемле, абруйлы уҡытыусыны балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ярата, һәр кем ихтирам итә.
Уның әллә күпме сығарылыш уҡыусылары ниндәй генә һөнәр һайламаған. Абруйлы уҡытыусы кластан тыш сараларҙы оҫта ойоштороу һәләте менән балаларҙы һәм ата- әсәләрҙе үҙенә йәлеп итә. Һәр байрамға йөкмәткеле һәм тәрән мәғәнәле саралар үткәрә. Тәбиғәткә экскурсия ойошторғанда ата-әсәләр менән ихлас ял итеп ҡайталар. Былтыр әсәйҙәр, балалар менән велосипедтарҙа поход ойошторҙо. Беренсенән, балалар юл ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрҙө, икенсенән, һаулыҡты нығытыуҙың бер ысулы булды, өсөнсөнән иһә, был ял итеү төрө ныҡ иҫтә ҡалды. Яңыраҡ ҡына Люциә Жәмил ҡыҙы ата-әсәләр, балалар менән Бөрйән ҡурсаулығына походҡа барҙы. Уҡыусылар республикабыҙҙың матур тәбиғәте менән яҡындан танышып ҡайтты, хайуандар донъяһы тураһында фәһемле мәғлүмәт алды.
Үткән йыл мәктәп биләмәһендә Люциә Жәмил ҡыҙының идеяһы менән шыршылар аллеяһы барлыҡҡа килде. Үҫентеләр бик яҡшы үҫеп килә, балалар уларҙы тәрбиәләй.
Земфира Мөхәмәтйәнованың тулы мәҡәләһен гәзиттең 86-сы һанында (27.10.17) уҡығыҙ.

Оставить комментарий