Юлдағылар юлда булhындар

Юлдағылар юлда булhындар
Һәр кѳн тиерлек, таң менән тороп, “тимер ат”ының тѳҙѳклѳгѳн ҡарап алғандан һуң, Денис ѳйҙән-ѳйгә йѳрѳп пассажирҙар йыя. Кемдер Ѳфѳгә дауаханаға, кемелер уҡыуға, йә бүтән эштәре буйынса бара. Һәр ҡайһыһын урын еренә ваҡытында алып барып еткереп, имен-һау кире әйләнеп ҡайтаһы бар.
Эшенең үтә лә яуаплы һәм ауыр булыуына ҡарамаҫтан, ул быны теләк менән һәм яратып башҡара. “Юлда саҡта пассажирҙар менән аралашып, тѳрлѳ темаларға әңгәмәләшеп барырға тырышам. Уларға ла, үҙеңә лә күңелһеҙ булмай, юл оҙонлоғо ла һиҙелмәй. Әлбиттә, кешеләрҙең тѳрлѳһѳ була, әммә күпселек алсаҡ һәм ихлас кешеләр осрай. Һәр саҡ рәхмәттәр әйтеп, изге теләктәрен теләп тѳшѳп ҡалалар”, - ти бына инде 20 йылдан ашыу юлда йѳрѳгән Денис Иҙрис улы.
Техника заманы булһа ла, һәр кемдең үҙ машинаһы менән Ѳфѳгә барып ҡайтыу мѳмкинселеге юҡ. Бер үҙеңә бер машина яғып барыу кеҫә яғына ла һуға. Ошоларҙы күреп-белеп йѳрѳгән йәштәр - Денис Иҙрис улы Мѳхәмәтдинов менән Алина Айрат ҡыҙы Абдрахмановалар бынан ике йыл элек Ѳфѳ-Белорет маршруты буйынса пассажирҙар ташыу эшен асып ебәргән. “Алина” такси үҙәгендә бѳгѳнгѳ кѳндә биш машина иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла техник яҡтан тѳҙѳк, ваҡытында тейешле тикшереүҙәр үткәрелеп тора. Был юл хәүефһеҙлеге ѳсѳн иң тѳп талап. Шоферҙар - тәжрибәле, үҙ эшен намыҫ менән башҡарған кешеләр.
“Эш буйынса йѳрѳгәндәргә чектар, юл йѳрѳү документтары бирелә, был эштә талап ителгән бѳтә ҡағыҙҙарыбыҙ ҙа теүәл. Посылка, документтар биреп ебәрһәләр, уларҙы ла адрестар буйынса алып барып ҡалдырабыҙ. Пассажирҙарыбыҙ һәр ваҡыт күп. Бигерәк тә байрам, ял кѳндәрендә телефон бер туҡтауһыҙ шылтырай. Урындар бѳткән осраҡта, матур итеп аңлатып, ғәфү үтенәм. Сѳнки бер тапҡыр кеше менән насар мѳғәмәлә итһәң, улар икенсе юлы шылтыратмаясаҡтар. Ә клиенттарҙы бер ҡасан да юғалтырға ярамай,”- ти диспетчер ролен үтәүсе Алина.
Рәсимә Сәлихованың тулы мәҡәләһен гәзиттең 86-сы һанында (27.10.17) уҡығыҙ.


Оставить комментарий