Матур йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр

Матур йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр
Балалар баҡсаһының 5-7 йәшлек тәрбиәләнеүселәре “Инйәр хазиналары” район конкурсында ҡатнаша. Матур, сағыу кейемдәрҙә яңғыҙ һәм парлашып башҡорт бейеүҙәрен бейейҙәр. Тәүге тапҡыр жюри ағзалары, тамашасы алдында сығыш яһаусы кескәйҙәр юғалып ҡалманы. Тик ҡаршыларында, бейеү хәрәкәттәрен күрһәтеп тороусы апайҙарына ғына ҡарап-ҡарап алалар.
Свердловск өлкәһендә тыуып үҫкән, күберәген башҡа милләттәр тәшкил иткән мөхиттә тәрбиәләнгәнгә, башҡорт телен әллә ни белмәгән Эльвира Байтулла ҡыҙы яҙмыш елдәре үҙен Берештамаҡ ауылына килтерер ҙә, балаларға милли бейеүҙәр өйрәтермен, тип уйламағандыр ҙа. Икенсе өлкәлә тыуып үҫһә лә, Эльвира йәйен йыл да тиерлек ата-әсәһе менән Береш ауылында йәшәгән олатай- өләсәйҙәренә ҡайтып йөрөй. Ошо ауылда осрата ла инде ул буласаҡ тормош иптәше - Харис Мәғәфүр улын. Яңы ғына Свердловск педагогия училищеһын тамамлаған йәш белгес Береш ауылына килен булып төшә.
Эльвира Хәмзинаның тулы мәҡәләһен гәзиттең 86-сы һанында (27.10.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий