Балалы йорт - нурлы йорт

Балалы йорт - нурлы йорт
Күп балалы ғаиләләр демографик кѳрсѳк ваҡытында яҡлауға һәм иғтибарға лайыҡ. Бала күрмәгән ѳй - ҡош һайрауын ишетмәгән моңһоу урман, тигән бер яҙыусы. Береш ауылында йәшәгән Зинзиә һәм Сәлим Ямғурсиндарҙың ѳйѳ балалар тауышынан шау-гѳр килеп тора, был йорт һәр ағас ботағында береһенән- бере моңло ҡоштар һайраған ҡуйы урманды хәтерләтә.
Береш ауылы ҡыҙы Зинзиә Әхмәтшәриф ҡыҙы менән Бѳрйән районы Әтек ауылы егете Сәлим Сәйетғәле улы бѳгѳнгѳ кѳндә алты бала тәрбиәләй. Тормош ҡороуҙарына быйыл 23 йыл. Ғаилә башта Бѳрйәндә йәшәй, ләкин эш юҡлығы арҡаһында Берешкә күсергә мәжбүр булалар. Ғаиләһен аҫырарға, йүнен табырға ғәҙәтләнгән ғаилә башлығы әле урындағы карьерҙа эшләһә, ҡыш кѳнѳ Себергә барып аҡса эшләп ҡайта. Йорт хужабикәһе Зинзиә балалар тәрбиәләү менән бер рәттән барлыҡ йорт мәшәҡәттәрен алып бара. Йыл да ҡура тултырып ҡаҙ, ѳйрәк, тауыҡ себештәре алып кѳтә. Бынан тыш умарта ла тоталар. “Ите лә, һѳтѳ лә үҙебеҙҙеке, эшкәртеп, аҙыҡ итеп торһаң, барыһы ла етә. Ауыл кешеһе үҙ йүнен үҙе күрә, аҡса юҡ тип зарланып ултырырға ваҡыт юҡ. Йәй кѳнѳ емеш-еләген дә йыябыҙ, йәшелсәне лә күпләп сәсәбеҙ. Ике ҡатлы йортобоҙҙо ла тѳҙѳп бѳтѳп киләбеҙ. Алла бирһә, унда күсеп, балалар менән бергә ҡыуанып-шатланып йәшәргә яҙһын инде,”- ти хужабикә.
Әйткәндәй, яңыраҡ Зинзиә Әхмәтшәриф ҡыҙына «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды.
Рәсимә Сәлихованың тулы мәҡәләһен гәзиттең 86-сы һанында (27.10.17) уҡығыҙ.

Оставить комментарий