Уңған ҡатын ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатыр

Уңған ҡатын ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатыр
Бөгөн һарыҡ аҫрау табышлымы тигән һорауға, был эшкә тотоноп, уның ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған кеше генә аныҡ яуап бирә алалыр. Береш фермеры Венера Камалова өсөн әлеге ваҡытта һарыҡсылыҡ - төп кәсеп, улай ғына ла түгел, йәшәү рәүеше.
Венера Мирсаяп ҡыҙының ауыл хужалығы өлкәһендә махсус белеме булмаһа ла, бәләкәйҙән мал араһында үҫкәнгәмелер, был тармаҡ уға яҡшы таныш һәм яҡын. Яҙмыш елдәре уны Саҡмағош яҡтарына илтә, ялан яҡтарына килен булып төшә. “Ялан яҡтары булғас, унда мал тотоуы ла еңелгә төшә ине. Крәҫтиән хужалығы булдырыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған тиерлек. Күп өлөшө урман тәшкил иткән районыбыҙҙа, бигерәк тә Берештә малсылыҡ менән шөғөлләнеү ҡыйыныраҡҡа төшә”, - ти эшендә ауырлыҡтарға осраған фермер.

1993 йылда Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына күсәләр, яңы тормош башлайҙар. Шулай балалар үҫтереп йәшәп кенә ятҡанда, тормошо ҡапыл селпәрәмә килә Венера Мирсаяп ҡыҙының: тормош иптәше вафат була. Уға ҡыҙын һәм улын алып тыуған яҡтарына ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмай. Һуңынан инде яҙмышын Азат Рәфил улы менән бәйләй.
Яңы эш башлаған фермерҙарға дәүләттән ярҙам күрһәтелеүен күҙ уңында тотоп, һарыҡсылыҡ буйынса бизнес-план төҙөп, документтар йыйып, ауыл хужалығы бүлегенә тапшыра. Бизнес- планы ла хуплау таба. Буласаҡ фермер 2015 йылда 1 млн. 600 мең һумлыҡ грант ала. Венера Камаловаға грант юллауҙа Асы ауыл хакимиәте башлығы Фәрхәнә Сәлимйәнова (мәрхүмә) һәм эштәр идарасыһы Әлфиә Сәйғәфәрова кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп ебәрә. Тор- мош иптәше Азат Рәфил улы ла ҡатынының һәр башланғысын дәртләндереп тора, хәленән килгәнсә ярҙамлаша. Дәүләттән алған ярҙамға Абдрахмановтар Әбйәлил районынан, Аҙнағолдан һәм ауылдашы Фират Ҡунаҡбаевтан романов тоҡомло һарыҡтар, бесән сапҡысы, әйләндергесе менән трактор һатып алалар.
Эльвира Хәмзинаның тулы мәҡәләһен гәзиттең 86-сы һанында (27.10.17) уҡығыҙ.



Оставить комментарий