Тәртип һәм милек һағында

Тәртип һәм милек һағында
Ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте 65 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был хеҙмәт бынан 300 йыл тирәһе элек барлыҡҡа килгән. Ошо ваҡыт эсендә барған үҙгәрештәр, реформаларҙың Белоретта нисек үтеүе тураһында Ведомствонан тыш һаҡ бүлегенә 2009 йылдан алып етәкселек иткән Илдус КӘШБИЕВ менән әңгәмәләштек.
► Илдус Әғләм улы, был хеҙмәт нисек барлыҡҡа килгән?
- Белорет ҡалаһында Ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте барлыҡҡа килгәнгә тиклем һәр ведомствоның үҙ һағы була. Был ойошманы камиллаштырырға, техник яҡтан үҫтерергә мѳмкинлек бирмәй. Ҡаланың Ведомствонан тыш һағы 1952 йылдың 29 октябрендә булдырыла. Бүлексә начальнигы итеп ѳлкән лейтенант В. В. Кащеев тәғәйенләнә. 1961 йылда Тирлән, Ломовкала, 1964-65 йылдарҙа Ҡағы, Үрге Әүжәндә һаҡ подразделениелары асыла. 1978 йылда бүлексә Белорет эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы Ведомствонан тыш һаҡ бүлеге итеп үҙгәртелә.
► 65 йыл эсендә Һеҙҙең хеҙмәт ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе?
- Был йылдарҙа ул ябай ҡарауыл һағынан бѳтә тѳр милектең именлеген тәьмин иткән ҡеүәтле инженер- техник, хәрбиләштерелгән хеҙмәткә әүерелде.
► Былтыр Ведомствонан тыш һаҡ Эске эштәр министрлығы составынан сыҡты һәм Милли Гвардия Ғәскәрҙәре составына инде. Был эшегеҙгә тәьҫир иттеме?
- Был эш әле тамамланмаған, программа 2019 йылға тиклем иҫәпләнгән. Үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, бурыстар шул уҡ ҡалды. Ведомствобыҙҙың тѳп эше – 400-ҙән ашыу объектты, граждандарҙың фатирҙарын, автомобилдәрен һәм милкен һаҡлау. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр шулай уҡ ҡалала йәмәғәт тәртибен һаҡлау, ғәҙәттән тыш хәл режимын тәьмин итеү бурыстарын да үтәй. Дүрт экипаж тәүлек әйләнәһенә дежур итә.
Рәсимә Сәлихованың әңгәмәһенең тулы вариантын гәзиттең 86-сы һанында (27.10.17) уҡығыҙ.


Оставить комментарий