Таш сығарыу - еңел эш түгел

Таш сығарыу - еңел эш түгел
Инйәр-Өфө автотрассаһының юл ситтәрендә тәртип менән һалынған таш өйөмдәре барыһының да иғтибарын үҙенә йәлеп итәлер. Урындағы йүнселдәр тауарын һатыу өсөн оло юлға шулай сығарып ҡуя. Таулы-ташлы төпкөлдә табылған таш ошо юлдар буйлап оҙатылып, төбәкте илебеҙҙең төрлө тарафтары, мөйөштәре менән тоташтыра. Элек- электән таш аҡтарыуҙы иң ауыр хеҙмәттәрҙең береһенә тиңләһәләр, әлеге көндә райондың Инйәр төбәгендә таш сығарыу ярайһы уҡ таралған кәсеп. Береш, Асы, Мулдаҡай, Исҡушты, Арышпар ауылдарында ла бындай йүнселдәр бар. Был кәсептә инде ярайһы уҡ тәжрибә туплаған һәм эше ырамлы ғына барған эшҡыуарҙарҙың береһе ул - Фәтҡислам Мирсаяф улы Ғәйнетдинов.Таш сығарыу - еңел эш түгел
Берештә тыуып үҫкән Фәтҡислам Мирcаяф улы ла, ауылда эш, юл, ут, социаль объекттарҙың булма- уы сәбәпле, дүрт йылын ғаиләһе менән ситтә - Себер яҡтарында үткәрә. Ауыл кешеһе бер ерҙә лә юғалып ҡалмай бит, ул да тырышып эшләй. Урман эшендә водитель була. Тик тормош үҙ ҡанундарын ҡуя. Ғәзиз кешеһе - әсәһе вафат булғас, ул тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Ҡайтҡас, ҡортсолоҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Ссуда юллап, трактор, “Урал” машинаһы алып ебәрә. Халыҡтың үҙ донъяһын ҡороуға дәррәү тотонған осорҙа таш сығарыу шөғөлөнә тотонорға тәүәккәлләп яңылышмай Фәтҡислам Мирсаяф улы. 2004 йылда ҡыҙы Розалия, улы Азамат менән бергәләп, лемезит сығарыу буйынса шәхси эшҡыуар булараҡ, үҙ эшен аса. Таш менән аҡса эшләп, балаларҙы ла уҡытырға, ауылдаштарҙы ла эш менән тәьмин итеп була. Теләгәндәр үҙ ауылында теркәлеп, эшен дә аса аласаҡ бит, тигән төплө фекергә килә ул.
Эльвира Хәмзинаның тулы мәҡәләһен гәзиттең 86-сы һанында (27.10.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий