Спорт - уларҙың булмышы

Спорт - уларҙың булмышы
Дөйөм дәүләт байрамы булмаһа ла, Спорт һәм художестволы гимнастикаһы федерацияһы инициативаһы менән 30 октябрҙә Тренер көнө билдәләнә. Ҡаланың спорт мәктәптәре, секциялары тренерҙары, уҡытыусылары һөнәри байрамдарын “Металлург” кинотеатрында тантаналы билдәләп үтте.
Ҡалала тәүге тапҡыр үткәрелгән тантананы Йәштәрҙең ял итеү үҙәге ойошторҙо һәм алып барҙы. Йыйылыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев ҡотланы. Районыбыҙҙы ғына түгел, республикабыҙҙы ла ил, донъя кимәлендә танытырлыҡ спортсылар үҫтереүсе, тәрбиәләүсе тренерҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм спорт ветераны Вячеслав Лопуховҡа “Хеҙмәткә һәм обороноға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының танытмаһын, алтын значогын тапшырҙы (һүрәттә). Шулай уҡ Тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса спорт мәктәбе, Туризм үҙәге, 1-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, “Луч” художестволы гимнастика буйынса спорт клубы Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Тантаналы сара Йәштәрҙең ял итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәренең, уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың сағыу, бай концерт программаһы менән үрелеп барҙы.
Эльвира КӘБИРОВА.
Оставить комментарий