Таланттар кѳс һынашты

Таланттар кѳс һынашты
Район мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре ѳсѳн “Уҡырға, уҡырға һәм тағын уҡырға” исемле семинар-практикум һәм ѳс йылға бер тапҡыр уҙғарылған “Кәйеф оҫтаһы - 2017” район конкурсының финалы булып үтте.
Жюри рәйесе Татьяна Габова конкурсҡа йомғаҡ яһау ѳсѳн сәхнәгә күтәрелде. Ауыл клубтары араһынан I урынға Гѳлниса Бәхти ҡыҙы Мансурова (Мѳхәмәт), II урынға Регина Вәкил ҡыҙы Ҡужакова (Исмаҡай), III урынға Айһылыу Солтан ҡыҙы Хәсәнова (Манышты) һәм Елена Александровна Алексеева (Нура) лайыҡ булды. Ауыл мәҙәниәт йорттары араһынан I урын Әлиә Айҙар ҡыҙы Вәлиеваға (Тирлән) бирелһә, II урынға Татьяна Михайловна Никифорова (Ҡағы) һәм Зилә Әсҡәт ҡыҙы Сәғәҙәтова (Үҙән) лайыҡ булды. III урынды Илгиз Хәкимйән улы Сәғәҙәтов (Егәҙе), Елена Александровна Бурлакова (Ломовка) һәм Зѳлфиә Рәис ҡыҙы Ялалетдинова (Сермән) бүлеште. Номинациялар буйынса еңеүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Эльза Зѳлфәр ҡыҙы Ирғәлина, Наилә Муса ҡыҙы Вәлишина, Наталья Николаевна Разгуляева, Елена Михайловна Оника, Гѳлдәр Рәфил ҡыҙы Мѳхәрләмова, Лидия Ивановна Зиброва, Әлиә Ғилман ҡыҙы Иҙрисова, Зимфира Мәғәзүм ҡыҙы Мәхмүтова, Әнүзә Вәис ҡыҙы Ишбирҙина, Светлана Алексеевна Петрова, Гѳлдәр Йәлил ҡыҙы Ҡулбирҙинаға Дипломдар тапшырылды. Конкурста үҙҙәрен һынап ҡараусыларға ла Дипломдар бирелде. Сара район мәҙәниәт һарайының “Россияночка” халыҡ вокаль ансамбленең 10 йыллыҡ юбилей концерты менән тамамланды.
Рәсимә СӘЛИХОВАның тулы материалын гәзиттең 89-сы һанында (07.11.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий