Ҡулдары йәйғор балҡыта

Ҡулдары йәйғор балҡыта
Милли кейем борондан халыҡтың эске булмышын, йәшәү рәүешен сағылдырыусы булып торған. Замана үҙгәреүе милли кейемдәрҙә лә һиҙелә, шулай ҙа халҡыбыҙҙың күңел байлығы һалынған биҙәктәрҙе ҡулланып, тап уларса ғына итеп милли кейем тегеүселәр аҙ түгел.
Берештамаҡ ауылында йәшәгән Рәйхана Әминева бына инде оҙаҡ йылдар милли кейемдәр тегә. Оҫта ҡуллы тегенсенең күлдәктәре республиканың тѳрлѳ райондары буйлап таралған.

- Иң беренсе милли күлдәкте башланғыс кластарҙа уҡығанымда ҡурсаҡҡа тектем. Һуңынан әсәйем- дең, кем килһә лә, ҡыуанып күрһәтеп ултырғанын, матур ҙа, матур, тип тотоп ҡарағандарын иҫләйем. Ғүмер буйы ѳҫ-баш кейемдәрен күпселек үҙем тектем. Милли кейемдәрҙе тегеү эшенә ныҡлап 2004 йылдарҙа тотондом. Ауылда яңы мәктәп асылғас, биш теген машинаһы бүләк иткәйнеләр. Концерттарҙа, тѳрлѳ сараларҙа сығыш яһарға сәхнә костюмдары тегеү теләге шунда уянды ла инде. Тиҙ арала ҡыҙ- егеттәргә милли кейемдәрҙе тегеп тә бирҙем. Аҙаҡ бер-бер артлы уҡытыусылар ҙа заказдар бирә башланы. Шулай тотоноп киттем был эшкә, - ти Рәйхана Баһау ҡыҙы.
Рәсимә Сәлихованың тулы материалын гәзиттең 90-сы һанында (10.11.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий