“Һин минең әсәйем бул...”

“Һин минең әсәйем бул...”
Ғаиләлә яңы ағза барлыҡҡа килгән көн календарҙа ҡыҙыл төҫкә буялмаһа ла, байрам һанала. Тап ошо көндө ҡауҙы кемделер атай-әсәй иткән, йә кемдер ҡусты-һеңлеле булған. Үҙән балалар йортонда үткән “Ҡауҙы көнө” ғаиләләргә тағы бер байрам көнө өҫтәү ниәтенән ойошторолдо ла инде. Унда Үҙән, Әбйәлил районының Асҡар һәм Учалы балалар йорттары ҡатнашты.
Бишенсе тапҡыр уҙғарылған был проект 2016 йылдан алып эшләй. Быға тиклем Салауатта, Бәләбәйҙә, Ишембай районының Петровский һәм Өфө ҡалаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йорттарындағы осрашыуҙарҙан һуң ҡырҡ ике бала ғаиләле булған, йәнә утыҙ туғыҙ тәрбиәләнеүсе урынлаштырыу осоронда. Сара балаларҙы тәрбиәгә алырға теләүселәргә улар менән яҡындан аралашыу, танышыу мөмкинлеген биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Республикалағы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге етәксеһе Таңһылыу Данил ҡыҙы Һөйөндөкова “Ҡауҙы көнө”ндә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:
- Һәр кемдең ғаиләлә тәрбиәләнергә хоҡуғы бар. Балаларҙы тәрбиәгә алырға теләүселәрҙең йөрәктәре лә, ишектәре лә асыҡ икәнлегенә шигем юҡ, - тине.
Райондың опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Наталья Николаевна Вандышева, быйыл 40 кандидаттың ата-әсәләр әҙерләү мәктәбен үтеүе һәм уҡыуҙар барышында тәрбиәгә алғандан һуң ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура киләсәген аңлатыуҙары, ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығырға ѳйрәтеүҙәре тураһында әйтеп китте.
Үҙән балалар йорто директоры Мария Михайловна Калуцкая сығышында тәрбиәләнеүселәрен ғаиләгә алған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тирлән, Межгорье ҡарауҙарын билдәләне. Уҙған йыл балалар йортонда район кимәлендәге ошондай уҡ проект уҙғарылып, унда юрист, социаль педагог һәм психологтарға урында уҡ һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булды.
Был көндө балалар йортонан күпләп бала алып көткән ғаиләләр ҡунаҡҡа саҡырылғайны. Сермән ауылында йәшәгән Ғәлиә Хәйретдинова дүрт ҡыҙҙы тәрбиәгә алған. Настя, Вика, Даша һәм Таняның нисек эшкә ѳйрәнеүҙәре, ялдарын нисек уҙғарыуҙары тураһында Ғәлиә Марат ҡыҙы “Беҙҙең ғаилә тарихы” тип аталған ҡыҫҡа видео аша таныштырҙы. “Мин ҡыҙҙарымды бер-береһенә ярҙамсыл, ололарға ҡарата ихтирамлы булырға ѳйрәтәм. Яңылыш аҙым яһауҙан бер кем дә азат түгел. Һәр бер хата сираттағы еңеүгә табан бер баҫҡыс булып торорға мѳмкин. Шуға күрә ауырлыҡтарҙан ҡурҡырға ярамай,” - тине әсә.
Рәсимә Сәлихованың тулы материалын гәзиттенң 91-се һанында (14.11.17) уҡығыҙ.


Оставить комментарий