Ғүмер юлын лайыҡлы үтәләр

Ғүмер юлын лайыҡлы үтәләр
Район-ҡала ветерандар ойошмалары рәйестәренең сираттағы кәңәшмәһе “Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәге базаһында үтте.
Ҡаланан ветерандар уңайлы ГАЗелдәрҙә килде. Ял йортонда иртәнге сәйҙе эсеп алғандан һуң, ветерандарҙы экскурсияға саҡырҙылар. Ололар, ике төркөмгә бүленеп, тау саңғыһы үҙәген ҡараны, һаулыҡты һаҡлау һәм сәләмәтләндереү буйынса лекция тыңланы, физик күнегеүҙәр яһау ҡорамалдары менән танышты, фитобарҙа шифалы үләндәрҙән төнәтелгән сәй эсте.

Ветерандар ойошмалары кәңәшмәһен район Советы рәйесенең урынбаҫары Евгений Яковлевич Карепанов һәм район-ҡала ветерандар советы рәйесе Нина Николаевна Сафонова асты. Кәңәшмә пенсия һәм һалым ҡануниәтенә ҡағылышлы һорауҙарға аныҡлыҡ индереүгә, торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә һәм халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләренә арналды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов ветерандарға район-ҡаланың социаль, иҡтисади, сәйәси яңылыҡтары, башҡарылған эштәр, яҡын киләсәккә ҡуйылған маҡсаттар тураһында һөйләне. Хакимиәт башлығына һорауҙарҙың күпселеген райондан килгән ветерандар бирҙе. Оло быуын вәкилдәре ауылда дарыухана булмауы, фельдшер-акушер пункттарына ремонт талап ителеүе, тиҙ ярҙам хеҙмәтләндереүенә дәғүәләр, табиптарҙың ауырыуҙарға ҡарата мөнәсәбәте, ҡала һәм ауылдар араһында автобустар йөрөшө, күпер, юл, һыу, газ, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Солтан Мосауир улы Сиражетдинов Сермәндә үҙәк юлды ремонтлау мәсьәләһен күтәрҙе. Николаевка ветерандарын кеҫә телефоны бәйләнеше юҡлығы, тирләндәрҙе социаль үҙәк төҙөлөшө, ҡалала “Мата-2” биҫтәһендә юл булмауы борсой. Владислав Геннадьевич, барыһын да иғтибар менән тыңлағандан һуң, ветерандарҙың төрлө өлкәгә ҡағылған һорауҙарына ентекле яуап бирҙе.
- Хөрмәтле ветерандарыбыҙ һәм оло быуын вәкилдәре, муниципаль райондың социаль һәм иҡтисади үҫешенә, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә һеҙ тос өлөш индерәһегеҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ, - тине Владислав Геннадьевич һәм, ветерандар ойошмаһының 30 йыллығы айҡанлы, Нина Николаевна Сафоноваға, Валентина Николаевна Ульяноваға, Солтан Мосауир улы Сиражетдиновҡа юбилей миҙалдарын тапшырҙы (һүрәттә).
Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы Евгений Владимирович Кустов, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы яңылыҡтар, яҡшы үҙгәрештәр тураһында һөйләгәндән һуң, үҙенә тәғәйенләнгән һорауҙарға аңлатма бирҙе. Оло быуын вәкилдәре үҙәк район клиник дауаханаһына ҡараған поликлиникаларҙа пациенттар өсөн уңайлы шарттар булдырылған өсөн муниципаль район һәм дауахана етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.С. Теләүбаев, транспорт һәм төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары В.Ю. Калугин ҡатнашты.
Ветерандарға “Өсөнсө быуын халыҡ университеты”, “Социаль туризм” һәм оло быуын вәкилдәренең мәнфәғәтен күҙәткән башҡа социаль проекттар тураһында аңлатып үттеләр.
Нина Николаевна Сафонова әйтеүенсә, “Социаль туризм” муниципаль программаһы буйынса быйыл 594 ветеран Өфөлә, “Шүлгәнташ” тәбиғәт ҡурсаулығында, Учалы районында, Миәс ҡалаһында экскурсияла булып ҡайтҡан. Район-ҡаланың оло быуын кешеләренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булғандары өсөн район-ҡала хакимиәттәренә, етәкселәргә рәхмәтлебеҙ, тине ул һәм кәңәшмәлә ҡатнашҡан ветерандарҙың барыһына ла, 30 йыллыҡ юбилей айҡанлы, бүләктәр тапшырҙы.
Ветерандарҙың күптәре “Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәген тәүге тапҡыр күрҙе. Матур тәьҫораттар, файҙалы һәм фәһемле осрашыуҙан ветерандар ҡәнәғәт ҡалды.
Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий