Өлгөлө хеҙмәттәре өсөн

Өлгөлө хеҙмәттәре өсөн
Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамын билдәләне.
Был кѳндѳ Белорет районы буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары полицияның яңы бинаһы янында шыршы үҫентеләре ултыртты. Унан һуң Металлургтар майҙанында тантаналы митинг булды. Сараға район хакимиәте, күҙәтеү органдары етәкселәре, эске эштәр бүлеге ветерандары, кадеттар, хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булғандарҙың туғандары саҡырылған ине.

Дәүләт флагы сығарылып, Рәсәй Федерацияһының гимнын тыңлағандан һуң бүлек етәксеһе, полковник Ришат Рәшит улы Баймырҙин ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Ул эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең үҙ иңдәренә алған бурысты намыҫ менән атҡарыуҙарын, кѳндәлек эштәре менән был һѳнәргә тоғро булыуҙарын иҫбат итеүҙәрен билдәләп китте, ветерандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм барыһына ла именлек, уңыштар теләне.
Хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған хеҙмәткәрҙәр иҫтәлегенә залп бирелде һәм бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Тантанала оҙаҡ йылдар яҡшы хеҙмәт итеүселәргә наградалар тапшырылды. “Хеҙмәт- тәге уңыштары ѳсѳн” I дәрәжә миҙалына Вадим Бәҙретдинов, Альберт Шаһиев, Алексей Миняев, Батырйән Мѳхәмәтдинов, Радик Мостафин, Рѳстәм Таипов һәм Радик Мораҙымов лайыҡ булды. “Эске эштәр министрлығында яҡшы хеҙмәт иткән ѳсѳн” II дәрәжә күкрәк знагына полиция капитаны Дамир Сабитов, “Полиция алдынғыһы” күк- рәк знагына ѳлкән прапорщик Фәнүр Ишмѳхәмәтов эйә булды.
Йәш хеҙмәткәрҙәр ант биргәндән һуң Металлургтар майҙаны буйлап оперуполномоченныйҙар, тәфтишселәр, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары, кинологтар, янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре марш аҫтында тигеҙ рәт менән үтте. Улар артынса полиция ҡарамағында булған автотехника, ике янғын һүндереү машинаһы сиреналар менән уҙҙы.
Ҡала Мәҙәниәт һарайында дауам иткән байрамда муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук, эске эштәр бүлеге ветерандары советы рәйесе, отставкалағы полковник А.С. Кузнецов сығыш яһаны. Быйылғы йылдан хаҡлы ялға китеүселәр һәм 50, 60, 70, 75 йәшлеҡ юбилейҙарын билдәләүселәр сәхнәгә саҡырып тәбрикләнде. Намыҫлы хеҙмәте һәм ветерандар эшендә әүҙемлеге ѳсѳн отставкалағы майор Валентина Воронцова “Эске эштәр бүлеге ветераны” миҙалы менән бүләкләнде.
Рәсимә СӘЛИХОВА.

Оставить комментарий