Яңы документтар ғәмәлгә инә

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ҡарарына ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан ветеринар контроль талап иткән тауарҙарға документтар электрон формала ғына буласаҡ. Был йәһәттән электрон төрҙәге документтар тултырыу эше башланған да инде.
Хәҙер быға тиклем ҡулланылған, бөтәһе лә өйрәнгән ҡағыҙ бланкылар файҙаланылмаясаҡ. Ветеринария документтары бары тик «Меркурий» федераль дәүләт системаһын файҙаланып, электрон рәүештә тултырыласаҡ. Был күҙәтеү аҫтында булған продукцияны тулыһынса контролдә тоторға ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, электрон документтар буйынса малдың ҡайҙа үҫеүенән һәм уның нисек салыныуынан алып, был иттән ярым фабрикаттар эшләүгә тиклем күҙәтеү аҫтында тоторға була. Шул арҡала, ѳҫтәлгә ауыл хужалығы продукцияһының ҡайҙан һәм ниндәй шарттарҙа килеп эләгеүен, сифатын асыҡларға мѳмкин. Ветеринария докуметтарын дәүләт ветеринар хеҙмәте белгестәре генә түгел, ә был өлкә буйынса аттестация үткән белгестәр ҙә тултыра ала. Электрон документтар талап итеүсе продукция төрө лә арта. Был исемлеккә һөт, әҙер йәки консерваланған ит продукцияһы, балыҡ, ит йәки балыҡ эслеге булған макарон изделиелары, һурпа һәм башҡа төрлө аҙыҡ инә. Шулай уҡ, үҙебеҙҙә етештерелгән продукция менән бер рәттән, сит илдән индерелгән ризыҡ та контролдә буласаҡ. Магазиндарҙа ҡаптарға һалып һатылған эремсек, йогурт, кефирҙар һәм башҡа тѳрлѳ продукттарҙың да ветеринар документтары булырға тейеш. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән “Меркурий” системаһының әһәмиәте ҙур буласаҡ, тип белдерә белгестәр. Хәҙер, яңы үҙгәрештәргә ярашлы, документтар тултырыу ѳсѳн ауыл хужалығы тармағында эшләүселәргә ветеринария хеҙмәте менән килешеү тѳҙѳргә, йә булмаһа аттестация үткән белгесте эшкә алырға тура киләсәк.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий