"Суперприз" отоп, планшетлы булды

"Суперприз" отоп, планшетлы булды
«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында төрлө конкурстар ойоштороуын дауам итә. Яңыраҡ, 2 һәм 3 ноябрҙә, район гәзитенә һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортона ебәргәндәр араһында үткәрелгән “Суперприз от!” уйынына ла йомғаҡ яһалды. Лотерея Башҡортостан юлдаш телеканалының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа уйнатылды. Унда республика һәм район баҫмаларына яҙылған 21 кеше еңеүсе тип табылды. Улар телевизор, спутник телевиде- ниеһы комплекттары, төрлө планшеттар отоп ҡыуанды.
Гәзиткә яҙылып, бүләк отоусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Әммә уларҙың барыһын да матбуғатҡа булған һөйөү берләштерә. Тотош республика буйынса сыҡҡан суперприздың берәүһе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Белореттан Фәғилә Аҡкүбәковаға эләгеүе оло ҡыуаныс. Фәғилә Хәлфетдин ҡыҙы Кәртәле ҡыҙы, тормош иптәше Фәрит Нәҙерғәле улы Маныштынан. Аҡкүбәковтар икеһе лә Белорет металлургия комбинатының алдынғы эшселәре. Ғаилә башлығы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, 44-се йыл туған заводында эшләүен дауам итһә, Фәғилә Хәлфетдин ҡыҙы иһә 38 йыл металлургия заводында эшләгәндән һуң, хаҡлы ялға сыға. Хаҡлы ялда тиеүе генә анһат: хужабикә оҙаҡ йылдар ҡәйнәһен ҡарай, уны хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатҡандар. Әле Фәғилә Хәлфетдин ҡыҙы тәмле аш- һыуын әҙерләп, тормош иптәшенең эштән ҡайтҡанын көтөп ала.
- Китап, гәзит-журналдар уҡырға яратам. Саҡ ҡына буш ваҡытым булһа, китапҡа тотона инем, бигерәк тә романдар уҡыйым. Һуңғы йылдарҙа күҙҙәрем дә әллә ни тыңлашмай башланы. Ә матбуғаттан һис тә айырылғы килмәй. Урындағы баҫмаларҙың барыһын да алдырам. Ауыл ҡыҙы булғас, “Урал”ымдан - район, “Белорецкий рабочий” гәзитенән - ҡала, ә “Металлург”тан завод яңылыҡтары менән танышып барам. Шулай уҡ республика матбуғатын да алдырып уҡыйбыҙ, һәр баҫманы түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Бүләк отоуыма бик шатмын. Быйыл әхирәттәрем менән Татарстан буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ, улар үҙҙәренең заманса кеҫә телефондарына төшөрә. Ә минеке ябай ғына, ҡайттым да иремә: “Уларҙың телефондары шәп булғас, фотолары ла һәйбәт килеп сыҡты”, - тигәйнем, миңә һәйбәттән телефон алып бирҙе. Бына әле планшет оттом, шулай булғас, сәйәхәттә рәхәтләнеп йөрөргә һәм иҫтәлеккә фотоға төшөргә лә була инде, - тип ҡыуаныуын йәшермәне Фәғилә Хәлфетдин ҡыҙы.
Эйе, Аҡкүбәковтар ғаиләһе республика, урындағы баҫмаларға яҙылып бүләкле лә булды.
Әйткәндәй, Фәғилә һәм Фәрит Аҡкүбәковтарҙың ло- терея уйынында ҡатнашып, бүләк отоуҙары тәүгегә түгел. Былтыр улар “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған “Сәләмәт булығыҙ!” конкурсында ҡатнашып, медицина тауары - глюкометр отҡайны.
Шулай булғас, һеҙ ҙә, гәзит уҡыусыларыбыҙ, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып, бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ. 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙы «Урал»ға һәм Өфөгә Нәшриәт йортона ебәрә һалығыҙ. Бәлки, һеҙгә лә, Аҡкүбәковтар кеүек, бәхет йылмайыр.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий