Марат Шәрәфетдинов - Урман хужалығы министры

Марат Шәрәфетдинов - Урман хужалығы министры
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың указы менән Марат Шәрәфетдинов Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры итеп тәғәйенләнде.
Шәрәфетдинов Марат Искәндәр улы 1975 йылдың 21 февралендә Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда Йәрмәкәй колхоз-ара күсмә механизацияланған колоннаһының кирбес заводы хеҙмәткәре булып башлай.
1997 йылда – Бәләбәй урман хужалығының Бәләбәй урмансылығы урман оҫтаһы. 1997-1998 йылдарҙа – Бәләбәй урман хужалығының урманды һаҡлау һәм яҡлау буйынса инженеры. 1998-2003 йылдарҙа – Бәләбәй урман хужалығыгың Красноречка урмансылығы лесничийы вазифаһын башҡарыусы. 2003-2005 йылдарҙа – Бәләбәй урман хужалығының баш лесничийы.
2006 йылда – «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиеһының урманды һаҡлау һәм яҡлау буйынса инженеры. 2006-2007 йылдарҙа – Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының урман хужалығы һәм ерҙәр менән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү бүлеге әйҙәүсе белгесе. 2007-2008 йылдарҙа – Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре бүлеге баш белгес-эксперты. 2008-2010 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының агросәнәғәт сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу бүлеге баш консультанты.
2010-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары.
БАШИНФОРМ.
Оставить комментарий