Италия компанияһының һимертеү майҙансыҡтарын төҙөү буйынса инвестиция проекты күҙаллана

Италия компанияһының һимертеү майҙансыҡтарын төҙөү буйынса инвестиция проекты күҙаллана
Киләһе йылда республиканың өс районында Италияның Cremonini компанияһы һимертеү майҙансыҡтарын (фидлоттар) төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлай. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе.
- Алдағы 2018 йылда Федоровка, Бишбүләк һәм Ейәнсура райондарында Cremonini Италия компанияһы менән берлектә 3-шәр мең мал һыйышлы (артабан 6 меңгә еткереү менән) һимертеү майҙансыҡтарын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлау күҙаллана, – тине Рөстәм Хәмитов. – Фидлот тип аталған заманса асыҡ һимертеү майҙансыҡтарында эре мөгөҙлө йәш мал юғары сифатлы ит бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Gruppo Cremonini компанияһы араһында ит малсылығын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында меморандум 2016 йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Италия компанияһы президенты Луиджи Кремонини осрашыуы барышында төҙөлдө. Документ һәр ҡайһыһы өсөшәр мең баш эре мөгөҙлө мал һыйышлы юғары технологиялы фидлоттар (һимертеү майҙансыҡтары) төҙөү буйынса проекттар әҙерләүҙе һәм тормошҡа ашырыуҙы, шулай уҡ республика биләмәһендә ит эшкәртеү комплексын төҙөү буйынса саралар әҙерләүҙе күҙ уңында тота.
Оставить комментарий