Республикала уртаса эш хаҡы 29,3 мең һумғаса артты

Республикала уртаса эш хаҡы 29,3 мең һумғаса артты
Бөгөн, 30 ноябрҙә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы алдында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Үҙ сығышында төбәк етәксеһе Башҡортостандың төп социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәрен атаны.
«Бөгөнгө Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының иҡтисады тотороҡло һәм бюджеты баланслы булған ныҡлы һәм уңышлы субъект. Һуңғы йылдарҙа республика төп күрһәткестәр буйынса уртаса Рәсәй кимәленән уҙып китә, бурыс йөкләмәләре, инвестиция хәүефе иң түбән булған төбәктәр төркөмөнә инә. Бөтә социаль йөкләмәләр ҙә тулы күләмдә үтәлә, йыл һайын тулайым төбәк продукты, сәнәғәт, ауыл хужалығы артым менән сыға», - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, 2010 йыл менән сағыштырғанда тулайым төбәк продукты – 20 процентҡа, сәнәғәт һәм инвестициялар – өстән бер өлөшкә, аграр сектор – бер ярым тапҡырға, торлаҡ төҙөлөшө – өстән бер өлөшкә, автомобиль юлдары ике тапҡырға артты.
«Быйыл үҫеш дауам итте, - тине Рөстәм Хәмитов. - 10 айҙа сәнәғәт етештереү индексы 102,3 процент булды, тупланма бюджет килемдәре 160 миллиард һумға етте, табышҡа һалым буйынса керем 14 проценттан ашыуға - 40 миллиард һумғаса артты. Ваҡлап сауҙа әйләнеше 2 процент тиерлек күтәрелде, уртаса эш хаҡы 6,3 процентҡа – 29,3 мең һумғаса артты. Халыҡтың миграция үҫеше билдәләнә, байтаҡ ауырыуҙар буйынса үлем осраҡтары кәмене. Яҡынса йәшәү сиге тәүгә 71 йәштән уҙҙы».
БАШИНФОРМ.
Оставить комментарий