Үҙҙәре лә, йорттары ла матур

Үҙҙәре лә, йорттары ла матур
Йѳйәк ауылына килеп ингәс тә ыҡсым, күркәм йорт шунда уҡ күҙгә ташлана. Ул бѳтә ауылды йәмләп ултырған кеүек. Заманға яраҡлаштырып эшләнгән ѳй эсендә егәрле, тырыш хужалар йәшәгәне ҡапҡа тышынан уҡ аңлашыла.
Архангел районының Тәүәкәс ауылы ҡыҙы Фирүзә Рәшит ҡыҙы менән Йѳйәк егете Әнүр Исмәғил улы бынан ун ике йыл элек сәстәрен сәскә бәйләгән. Һәр йәш ғаилә кеүек, улар ҙа үҙ мѳйѳштәрен булдырыу теләге менән яна башлай. 2008 йылда ағас алып, был оло эшкә тотоналар. Күмәк кѳс талап ителгән ваҡытта йорт хужаһы Әнүр Солтановҡа туғандары, ауылдаштары ярҙамға килһә, ҡалған бар нәмәне үҙ ҡулдары менән эшләгән. Ғүмер буйы мейес сығарыусы булған атаһының эшен ҡарап, күҙәтеп йѳрѳгән егет мейесте лә үҙе сығарған. Тәүге генә эше булһа ла, оҫталарҙыҡынан бер ҙә кәм түгел. Электр ҡаҙанын да ҡуйған. “Ѳйѳбѳҙгә сығыуға дүртенсе генә кѳн. Эшләйһе эштәре күп әле. Ѳйгә ѳйәһең дә, ѳйәһең, тиҙәр бит, ваҡыты ла, аҡсаһы ла кәрәк. Былтыр әсәлек капиталын алып, йәнә Архангел районының Приуралье станцияһында ла бурсанан ѳй күтәреп, башын яптыҡ. Уныһын улыбыҙға тип эшләйбеҙ”, - ти алдағы кѳнгә хәстәрлек менән ҡараған Әнүр Исмәғил улы.
Солтановтарҙың күркәм ғаиләһендә ѳс бала тәрбиәләнә. Ѳлкән улдары Линар V класта тик яҡшы билдәләргә генә уҡып йѳрѳй. Уртансылары Марселға алты йәш, кеселәре Данилға ун ай ғына. Әнүр Урман хужалығы техникумында техник- механик һѳнәренә уҡып сыҡҡан.Унан һуң ауыл хакимиәтендә дүрт йыл ер белгесе булып эшләп ала. Хәҙер Сорғот ҡалаһында газ сығарыусы предприятиеға вахта менән йѳрѳп эшләй. Ѳй ҡотон һаҡлаусы, уны сынъяһау итеп тотоусы Фирүзә әлегә балалар тәрбиәләү менән мәшғүл. Ҡошсоҡтарыбыҙҙы үҫтереп оло тормош юлына баҫтырырға, тормошта кәрәкле булған барлыҡ эштәргә ѳйрәтергә, улар ѳсѳн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ, ти ул. Һәр ғаилә үҙенә күрә бер карап ул, тиҙәр. Был йортта ул караптың капитаны ла, караптың дѳрѳҫ йүнәлештә барыуын күҙәтеүсеһе лә, алмашсыһы ла бар.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий