Бала һөйгәнде ил һөйә

Бала һөйгәнде ил һөйә
Йөйәктә эшһөйәр, уңған, оҫта ҡуллы, талантлы кешеләр йәшәүен күптәнән беләбеҙ. Һуңғы барғаныбыҙҙа шундай ғаиләләрҙең береһе - Гәүһәр Мәхмүт ҡыҙы менән Илгиз Вәғиз улы РӘХМӘТУЛЛИНДАР менән таныштыҡ.
Егәрле, тырыштарға бер ниндәй эшһеҙлек тә, уңайһыҙлыҡтар ҙа кәртә була алмай. Рәхмәтуллиндар ҙа үҙ көстәре менән иркен, матур йорт һалып, күпләп мал, ҡорт тотоп, баҡса үҫтереп йәшәй. Үҙҙәре ауыл халҡы өсөн икмәк бешерә, бәләкәй генә булһа ла магазин асып ебәргәндәр. Илгиз донъя тотҡаһы булһа, Гәүһәр уның ҡото, бәрәкәте. Беҙ барғанда ла йорт хужаһы урманға киткәйне.
- Балалар күп булғас, эшһеҙ ултырып булмай инде, - ти, йылмайып, йорт хужабикәһе. - Көнөнә 50 икмәк һалам, ҡайһы саҡ ике тапҡыр ҙа бешерергә тура килә. Ауылдаштар яратып ала. Балалар ҙа кескәйҙән эшкә өйрәнеп, үҙең эшләп тапҡандың ҡәҙерен белеп үҫә. Хеҙмәт тәртипкә, йыйнаҡлыҡҡа ла өйрәтә. Балаларыбыҙ йыр-бейеүгә лә әүәҫ, спортта ла һынатмай. Мәктәп тормошонда ла актив ҡатнашып торалар. Әлегә береһе лә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ, Аллаға шөкөр.
Киң күңелле, изге йөрәкле кеше генә тәрбиәгә бала алырға мөмкин. Гәүһәр һәм Илгиз Рәхмәтуллиндар үҙҙәренең 4 балаһы янына тағы ла 2 баланы опекунлыҡҡа ала. Илһөйәр Белоретта медколледжда уҡый, Азамат армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, тимер юл техникумын тамамлай һәм шунда эшләй. Нәркәс V класта уҡый, ә 6 йәшлек Айгөл әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Уллыҡҡа алынған балалар ҙа хәҙер үҙҙәренеке кеүек, дуҫ һәм берҙәм булып йәшәй. Салауат Өфө архитектура-төҙөлөш техникумының III курсында белем ала, Илдар алтынсыла уҡый. Балалар мәктәп тормошонда актив ҡатнаша, йыр-бейеүгә әүәҫтәр, спорт менән дуҫтар. Илһөйәр медколледжда үткән бар сараның уртаһында ҡайнай, йырлай, бейей. Айгөл менән Нәркәс тә апайҙарынан һис тә ҡалышмай, һәләтлеләр. Илдар спортҡа ғашиҡ. Бигерәк тә футболды үҙ итә. Әйткәндәй, Гәүһәр Мәхмүт ҡыҙы үҙе лә мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙа актив ҡатнаша, сәхнәлә сығыш яһай, бәйләү түңәрәгенең актив ағзаһы.
Эйе, бергәләп эшләһәң, бергәләп ял итһәң, донъя ауырлыҡтары ла беленмәй. Күп балалы йортта ырыҫ та, ҡот та, бәрәкәт тә арта ғына. Иң мөһиме - бала күңелендә тормошҡа, йәшәүгә, киләсәккә ышаныс, өмөт арта, ә был сифаттарға эйә булғандар ерҙә ныҡлы баҫып торасаҡ.
Зѳлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.


Оставить комментарий