Буласаҡ әсәйҙәр ѳсѳн

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Белорет бала табыу йортонда ғәҙәти булмаған акция ойошторҙо. Сара барышында буласаҡ әсәйҙәр менән автомобилдә балаларҙы хәүефһеҙ йөрөтөү ҡағиҙәләре буйынса әңгәмә үткәрелде.
Бала табыу йортоноң тамаша залына буласаҡ әсәйҙәр йыйылды. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре барыһын да Әсә көнө менән ҡотлап, иҫәнлек, һаулыҡ теләгәс, гүзәл заттарҙы балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләре, ундағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы.

Үкенескә ҡаршы, был көндө күңелһеҙ статистиканы ла телгә алырға тура килде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Андрей Кузнецов әйтеүенсә, аварияларҙың яртыһы балалар ҡатнашлығында була. Йыл башынан бөгөнгә тиклем, йәғни 11 ай эсендә 2 бала юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған, 9 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Буласаҡ әсәйҙәр лекцияны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы һәм файҙалы мәғлүмәт өсөн ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе. Ғәҙәти булмаған бындай акцияның, һис шикһеҙ, һөҙөмтәһе булыр тип ышана ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.
Эльза ЗЕКРЕНА.

Оставить комментарий