Проект сиктәрендә спорт залы яңыра

Проект сиктәрендә спорт залы яңыра
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан ғәмәлгә ашырылған “Реаль эштәр” проекты - тормош талабы. Проект, тәү сиратта, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, уларҙың тормош кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Ғөмүмән,был проект ауыл ерендә айырыуса әһәмиәтле була бара.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында, ә төкөтмәһе 2000-се йылдарҙа төҙөлгән Йө- йәк мәктәбе ҡыйығына һәм спорт залына күптән капиталь ремонт талап ителә ине. Ниһайәт, быйыл “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә Йөйәк мәктәбенең спорт залын төҙөкләндереүгә 1 млн. 500 мең һумға яҡын аҡса бүленде һәм эш алға китте. Спорт залында ремонт эштәрен “Профстрой- Компани” йәмғиәте (етәксеһе Вадим Виноградов) башҡара. Бер нисә көн эсендә спорт залының 8 тәҙрәһе тулыһынса евроға алыштырылып, яҡтары ҡуйылған. Йылытыу системаһы (батарея), иҙән, түбә, стеналар яңы төҫ аласаҡ. Йыуыныу, кейенеү-сисенеү бүлмәләре эшләнәсәк. Саңғы һаҡлау бүлмәһе лә заман талаптарына тура килтереп яңыртыла.
- Һуңғы йылдарҙа мәктәптең матди-техник базаһын яҡшыртыуға иғтибар бирелә башланы. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһына ярашлы, мәктәп спорт залына тулыһынса капиталь ремонт эшләнәсәк. Яҡын киләсәктә мәктәп ҡыйығында ла ремонт эштәре башланыуына өмөт итәбеҙ. Ә дөйөм алғанда, балаларға тѳплѳ белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Спорт залында төҙөкләндереү эштәре тамамланғандан һуң, балалар спортты тағы ла үҙ итер, рәхәтләнеп шөғөлләнер, - ти мәктәп директоры Венер Вәхит улы Сибәғәтуллин.
Әле Йөйәк мәктәбендә 105 бала белем ала. Мәктәпкәсә йәштәге 58 бала ла ошонда шөғөлләнә. Йөйәк мәктәбенең Ғәбдөк филиалында 62 уҡыусы, 17 мәктәпкәсә йәштәге бала иҫәпләнә. Уҡыусылар уҡыуҙа ғына һынатмай, спорт менән дә ныҡлап шөғөлләнәләр. Районда үткәрелгән саңғы, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ҡатнашырға тырышалар. Спорт залында волейбол, баскетбол, мини-футбол уйнайҙар. Яңы спорт залының сафҡа инеүе уҡыусыларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләйәсәгенә шик юҡ.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий