Мәкерле сир арабыҙҙа

Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы кѳрәш көнөнә ярашлы, ирекмәндәр һәм Йәштәрҙең ял итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре “Туҡта, ВИЧ-СПИД” акцияһын үткәрҙе.
Ойоштороусылар ҡала халҡына иммунодефицит вирусының таралыу, унан һаҡланыу юлдары тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Бөгөн был сир һәм нисек итеп уның ҡорбаны булмау тураһында асыҡ рәүештә йыш һөйләйҙәр. Мәкерле сир арҡаһында Рәсәйҙә 100 меңдән ашыу кеше һәләк була. Бушҡа ғына СПИД-ты XXI быуат афәте тимәйҙәр. Акция барышында ирекмәндәр сир тураһында мәғлүмәт буклеттары таратты һәм тағы бер тапҡыр үҙ һаулығыңа битараф булмауҙың мөһимлеген аңлатты.
Ойошторолған акцияның һәм ирекмәндәрҙең бурысы - сир тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт биреү, кешеләрҙең иғтибарын был проблемаға йәлеп итеү, сөнки мәғәнәһеҙ енси тормош алып барғандар йә иһә наркомандар ғына сир ҡорбаны булмай, ә көндәлек көнкүрештә лә ауырыу йоҡтороусылар бар.
Был көндө Йәштәрҙең ял итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре “Туҡта, ВИЧ-СПИД” акцияһына ярашлы, ҡала мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары өсөн концерт күрһәтте. Унда иң әүҙем, һәләтле уҡыусылар сығыш яһаны. Концерт барышында йырҙарҙан тыш, бик күп бейеүҙәр булды, шиғырҙар яңғыраны. Сығыштарҙың барыһына ла сир ҡорбаны булыусыларҙың аяныс яҙмышын сағылдырған мәғәнә һалынды. Ғәҙәттә ундай кешеләр йәмғиәттән ситләшә, кешеләр менән аралашмай. Бөгөн һәр уҡыусы ауырыуҙың ҡул ҡыҫыуҙан, йүткереүҙән йә сөскөрөүҙән йоҡмауын һәм нисек итеп уның ҡорбаны булмаҫҡа икәнен яҡшы белә.
Акция дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Сығыштар менән бергә СПИД менән ауырыған кешеләрҙең яҙмышы тураһында ҡыҫҡа видеороликтар күрһәтелде. Уҡыусылар үҙҙәре лә ижади видеояҙмаларын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
Эльза Мөхәмәҙиева.

Оставить комментарий