"Ирәмәл" паркында - мобиль элемтә

"Ирәмәл" паркында - мобиль элемтә
Хәҙер республиканың был төпкөл мөйөшөндә лә бәйләнеш буласаҡ. “Ирәмәл” паркы һәм “Алтын солоҡ” заказнигы биләмәһендә МТС һәм “МегаФон” операторҙары мобиль элемтәһен булдырҙы.
Районда рәсми рәүештә «Урал батыр» радиобашняһын астылар. Уны мобиль операторҙар үҙ станцияларын ҡуя алһын һәм тирә-яҡ биләмәне, шул иҫәптән «Ирәмәл» тәбиғәт паркын элемтә менән тәьмин итеү йәһәтенән «СпутникТелеком» компанияһы төҙөнө. Башняны МТС һәм «МегаФон» элемтә операторҙары ҡуртымға алған да инде. Ул 30 саҡрымды ҡаплай.
Бер яҡтан уйлаһаң, тауҙарҙа элемтә кәрәкмәгән дә кеүек. Күптәр ҡала шау-шыуынан ял итеү өсөн махсус тауҙарға артыла, тәбиғәт ҡосағына сыға. Икенсе яҡтан иһә мобиль элемтә аҙашҡан, бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыу хеҙмәттәрен саҡырыу өсөн бик кәрәк, телефондың GPS ярҙамында уларҙы табыуы ла еңелерәк буласаҡ. Ә Ирәмәлдә юғалыусылар аҙ түгел. Ике йыл элек булған фажиғәне республика халҡы әле булһа ла иҫләйҙер. Ҡотҡарыусылар бер тәүлеккә яҡын ике балаһы менән әсәне эҙләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер баланы ҡотҡарып булманы.
«Был ерҙә элемтә булдырыуҙың төп өҫтөнлөгө - туристарҙың хәүефһеҙлеге һәм урындағы халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, - тип билдәләне республиканың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев. - Мобиль элемтәнең булыуы ҡотҡарыусыларҙың эшен еңеләйтәсәк, ә ял итеүселәргә дуҫтары һәм таныштары менән аралашырға, Интернет менән файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Быйыл «Ирәмәл» паркында элемтә булдырһаҡ, сиратта «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы. Тағы ла ошондай уҡ 2-3 вышка ярҙамында тулыһынса элемтә булдырасаҡбыҙ».
Тәбиғи паркта Башҡортостан абоненттарына элемтәне тәүгеләрҙән булып “МТС” компанияһы булдырҙы. Николаевка, Мәхмүт, Черный ключ ауылдарында йәшәгән 400-гә яҡын кеше, ниһайәт, мобиль элемтә менән ҡулланыу хоҡуғына эйә булды. Мобиль элемтәнең туристар өсөн башҡа күп уңайлыҡтары ла бар. Тәбиғәт ҡосағында, тауҙа уңайлы ракурс табып, фото эшләргә һәм социаль селтәрҙәргә лә һалырға була. Быны билдәле блогер, сәйәхәтсе Рәйес Ғәбитов тәүгеләрҙән булып һынап ҡараны ла инде.
Парк дирекцияһының мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан «Ирәмәл»дә 22 мең турист булған, ә яңы йыл каникулдарында 1,5 меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә.
Туристарҙың ялын хәүефһеҙ итеү өсөн ике йылда республиканың барлыҡ тәбиғи парктарында ла мобиль элемтәләр булдырыласаҡ.
Эльвира Кәбирова.

Оставить комментарий