Сал тарихтан серлеһең һин, башҡорт йыры!

Сал тарихтан серлеһең һин, башҡорт йыры!
Ғәли Хәмзин исемендәге III район вокалистар конкурсы үтте
Зәңгәр экрандар, радио аша Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзин башҡарыуында йыш ишетелгән «Зөлхизә», «Һандуғас», «Сәлимәкәй», «Хәйрүләкәй», «Уҡытыусыма», «Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр», «Мөхәббәткә табынам» һәм башҡа бик күп йырҙары күптәрҙең «күңел» дәфтәрендә урын алған. Мәшһүр йырсыбыҙҙың ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, моңо йөрәктәрҙә мәңгегә яҡты нур булып тороп ҡалды. Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арнап, исемен мәңгеләштереү ниәтенән районда ике йылға бер Ғәли Хәмзиндың ижадын, халыҡ йырҙарын һөйөүселәрҙең район конкурсы үтә.

Вокалистарҙың I район конкурсы тәүге тапҡыр 2013 йылда үтеп, бәйгелә 78 конкурсант көсөн һынаһа, 2015 йылда 61 һәүәҫкәр район йыр конкурсында ҡатнашты. Быйылғы III район конкурсы иһә теләүселәрҙең күплеген иҫәпкә алып, тәүге турҙар Инйәр һәм Сермән төбәктәрендә үтте. Конкурсанттар Ғәли Хәмзин репертуарынан йырҙарға, CCCР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилев һәм Абдулла Хәлфетдинов әҫәрҙәренә, халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирҙе. Һайлап алыу турҙарында баһалама ағзаларына ике йыр тәҡдим ителһә, финал турында йырсылар күңеленә хуш килгән бер йырын жюри хөкөмөнә сығарҙы. Быйылғы конкурста 76 һәүәҫкәр йырсы ҡатнашты һәм иң яҡшы 36 башҡарыусы финал турына һайлап алынды. Мәртәбәле сара мәшһүр йырсы, яҡташыбыҙ Ғәли Хәмзин исемендәге III ябыҡ район конкурсының финалы хәҙер инде уның исемен йөрөткән Әхмәр мәҙәниәт йортонда үтте.
Был көндө Әхмәр ерендә ике мөһим ваҡиға булды. Беренсенән, Ғәли Хәмзин исемендәге III район вокалистар конкурсы үтһә, икенсенән, 1992 йылда төҙөлгән мөһабәт мәҙәниәт усағына алтын хәрефтәр менән мәшһүр йырсыбыҙ исеме яҙылды. Яҡташыбыҙҙың ҡәберенә сәскәләр һалып, ауыл имамы мәрхүмгә арнап, доға ҡылғандан һуң, вокалистарҙың III ябыҡ район конкурсында ҡатнашыусылар, тамашасы, ауыл халҡы Ғәли Хәмзин исемендәге мәҙәниәт йортона юлланды. Ҡунаҡтарҙы ауыл ағинәйҙәре, “Наза” төркөмө тәмле буҙаһы, йыуасаһы менән ҡаршы алды, байрамға арналып ижад ителгән таҡмаҡтарын әйткәс, конкурс башланды. Сермән балалар сәнғәт мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Идиәтуллина етәкселегендәге жюри - мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, Белорет музыка мәктәбенең вокал теорияһы уҡытыусыһы Ираида Илһамова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Оҙон көй” республика конкурсы лауреаты, йырсының һабаҡташы Заһир Муллағәлләмов һәм “Башҡортостан” дәүләт концерт залының йәмәғәт бәйләнештәре буйынса бүлек етәксеһе Хәлил Хәмзин йырсыларҙы баһаланы.
16 йәшкә тиклемгеләр категорияһында 10 һәүәҫкәр финалға сыҡты. Иң бәләкәй башҡарыусыға 3 кенә булһа, иң олоһона 13 йәш ине. Йәш башҡарыусылар “Любизники-Любизар”, “Ҡарабай”, “Ҡыҙыл юрға” кеүек йырҙарға, Заһир Исмәғилев, Мөхәррәм Сәлимов һәм башҡа композиторҙарҙың әҫәрҙәренә өҫтөнлөк биргән. Шулай ҙа балаларҙы йыр серҙәренә, бигерәк тә халыҡ йырҙарына өйрәтеүсе етәкселәренә эшләргә лә эшләргә кәрәк әле. Хәҙер балалар әллә ни халыҡ йырҙарын өйрәнергә тырышмай.
Ә бына өлкәндәр категорияһында йыр һөйөүселәр Ғәли Хәмзиндың йырҙарын яратып башҡарыуы йырсының репертуарының актуаллеген һәм популярлығын тағы бер ҡат иҫбатланы. Сәхнә түренән халҡыбыҙҙың моң ҡомартҡылары булған “Һандуғас”, “Ҡаһым түрә”, “Сәлимәкәй”, “Шафиҡ”, “Сибай”, “Элмәлек”, “Ирәндек” йырҙары яңғыраны. Ысынлап та, боронғо халыҡ көйҙәре, башҡорт халыҡ классикаһы милли хазинабыҙ булып тора. Тап ошо хазинабыҙҙы ошондай конкурстар аша быуындан-быуынға еткерәбеҙ, һеңдерәбеҙ, таратабыҙ. Шулай уҡ Заһир Исмәғилев, Абдулла Хәлфетдиновтарҙың әҫәрҙәре, Ғәли Хәмзин башҡарған “Бар ғүмерем”, “Тыуған яғыма”, “Ғәзиздәрҙән- ғәзиз әсәләр”, “Хәйрүләкәй”, “Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар?” һәм башҡа бик күп йырҙар йырланды был көндө. Тимәк, бындай бәйге халҡыбыҙ өсөн икеләтә отошло. Беренсенән, мәшһүр йырсыбыҙҙың исемен мәңгеләштерһәк, икенсенән, уның моңдары аша киләсәк быуынға милли үҙенсәлекле мираҫын еткереүгә өлгәшәбеҙ. Районыбыҙҙа башҡорт моңон яратыусылар, таратыусылар бихисап икәненә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Йәмғиәткә, рухиәткә һүнмәҫ моң ҡалдырған Ғәли Хәмзиндың мираҫы беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ йәшәйәсәк. Мәшһүр йырсының ата-әсәһе балаларына бәләкәйҙән халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләп үҫтергән. Был турала Ғәли Хәмзиндың һеңлеһе Таңһылыу Ғәббәс ҡыҙы ла әйтеп китте. “Ҡәҙерле кешеләребеҙ вафатына оҙаҡ йылдар үтһә лә, йѳрәктәге яра мәңгелек булып уйылып ҡала. Ағайыбыҙ арабыҙҙан иртә китте, үкенес. Йәшәйһе, йырлайһы ине лә бит... Әммә уның яҡты иҫтәлеге, иң мөһиме, таланты, йырлы васыяты күңелдәрҙә йәшәй һәм йәшәр. Тимәк, уның йырлы яҙмышы дауам итә. Ауыл мәҙәниәт йортонда музейы бар, ҡәбере ҡараулы, мәҙәниәт йортона уның исемен бирҙеләр. Әле уның исеме менән йөрөтөлөр урамдар, парк-скверҙар буласаҡ... Йыр һөйөүселәр араһында ошондай матур байрамды ойоштороусыларға, ауылдаштарға рәхмәт. Конкурсанттарҙы тыңлап, ағайыбыҙҙың моңон яңынан ишеткәндәй булдыҡ”, - тине ул. Эйе, йылдан-йыл конкурс яңы тауыштар, таланттар аса, үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр арта.
Жюри ағзаларына иң көслөләрҙе һайлап алыу ҙа ауырға тура килгәндер... Конкурс һөҙөмтәләренә ҡарап, еңеүселәр билдәләнде. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә: Йөйәктән Сыңғыҙ Закиров, Ғәбдөктән Линар Ғәлимов һәм Мулдаҡайҙан Наҙгөл Ғариповалар айырым бил- дәләнде.
III урынға ике конкурсант - Абҙаҡ ауылынан Зөлхизә Яхина, Асынан Наҙгөл Йәғәфәрова, II урынға Асынан Илһам Ямалетдинов һәм Сермәндән Лидия Ҡорбанғәлина лайыҡ булды. Бирҙеғол ауылынан Байрас Муллағәләмов I урынға сыҡты.
Гран-при - Ҡаһармандан Уралиә Мусинала. Уралиә йыр конкурстарында ғына ҡатнашып ҡалмай, көсөн “Еҙ үксә” район бейеүселәр конкурсында, башҡа ярыштарҙа ла һынап ҡарай һәм бушҡа түгел. Күп тапҡырҙар призлы урындар яулаған тырыш ҡыҙға “афарин” тиергә генә ҡала. Ботайҙан 3 йәшлек Дарина Ирғәлина Хәмзиндарҙың махсус бүләген - ҡурсаҡ алып ҡыуанды, был уның тәүге еңеүҙәренең береһе генә әле. 16 йәштән өлкәндәр араһында III урынды өс конкурсант - Белореттан Радмир Әхтәмов, Сермәндән Айнур Иҡсанов һәм Әхмәр ауылы исеменән Зифа Бикбаева алды. Нәсимә Сәлимйәнова (Асы), Илназ Үҙәнбаевтар (Шығай) II урын яуланы. I урында - Сермәндән Сафура Абдрахманова. Ләйсән Яхина (Абҙаҡ), Зәлифә Фазлетдинова (Әхмәр), Люциә Рәхмәтуллина (Нура), Ришат Ғәлиастанов (Рысыҡай), Иршат Шәғәлин (Үткәл), Зарема Дәүләтбаева (Сермән), Физиә Мөхәмәҙиева (Олойылға), Зилә Шәғәлина (Үткәл), Дилбәр Рәхмәтова (Шығай), Инйәрҙән Мөхәмәтдин Әбделкәримов, Рәмил Йыһаншин, Айбулат Оморҙаҡовтар, Дамир Сәйфуллин (Әзекәй) төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Шулай уҡ йыр байрамын ойоштороусыларға, ауыл активистарына район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Үткәлдән Таңһылыу Вәхитова “Сибай” халыҡ йырын ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, гран-приға эйә булды. Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев еңеүсегә Диплом һәм аҡсалата бүләк тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Әзекәй ауыл хакимиәте, Әхмәр ауылы старостаһы Нажия Вәлиева һәм һәр йылдағыса Хәмзиндар ғаиләһе үҙҙәренең бүләктәрен әҙерләгән. Улар ҙа үҙ хужаларын тапты. Гала-концертта, III район конкурсы еңеүселәренән тыш, I, II район конкурсында еңеүселәр - Әлфиә Сөләймәнова, Әмир Әүбәкиров, шулай уҡ мәшһүр ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев, йыр конкурстары лауреаты Заһир Муллағәлләмов сығыш яһаны. Рафаил Сәлихов, Радмир Әхтәмов һәм Иршат Шәғәлиндар һәр ваҡыт конкурсанттарға ярҙамға килергә әҙер. Бер сара ла уларҙан тыш үтмәне, был юлы ла музыканттар сараны биҙәне.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзиндың иҫтәлегенә арналған йыр бәйгеһе үтеп китте. Республикабыҙҙың иң матур төбәктәренең береһендә донъяға килгән, ижады менән илен, ерен данлаған йырсы иҫтәлегенә ихтирам билдәһе ул. Йырсылар ярышын ойоштороусылар конкурстың был юлы ла моң, маһирлыҡ, сәнғәт байрамына әүерелеүенә, ҡатнашыусыларға илһам, тамашасыларға йән аҙығы бүләк итә алыуына ҡыуанып, 2019 йылда осрашҡанға тиклем хушлашты.
Иманыбыҙ камил, оло быуын ғына түгел, киләсәктә моң мәғрифәтсеһе булған яҡташыбыҙ Ғәли Хәмзиндың йырҙарын һәм исемен һәр саҡ бейеклектә тоторҙар.
Эльвира Кәбирова.


Оставить комментарий