Гимназистар еңде

Ҡалала баскетбол буйынса КЭС баскет мәктәп лигаһының муниципаль этабы үтте. Унда 14-се гимназия командаһы еңеүсе булды.
Чемпионатта бөтәһе 6 команда ҡатнашты. 14-се һәм 17-се гимназияларҙың уйыны иң көсөргәнешлеһе һәм сағыуы булды. КЭС баскет мәктәп лигаһы ярышының һѳҙѳмтәләре буйынса, 14-се гимназия командаһы I урын яулап, еңеүсе булды. Улар ышаныслы һәм матур уйнаны. II урынды иһә 17-се гимназия, III урынды 21-се мәктәп командаһы алды. Еңеүсе булған 14-се гимназия уҡыусылары Сибай ҡалаһында төбәк ярышында ҡатнашасаҡ.
Эльза Мөхәмәҙиева.


Оставить комментарий