Иң мѳһиме - йәшәүгә ынтылыш

Иң мѳһиме - йәшәүгә ынтылыш
Сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тормошта башҡаларға ҡарағанда күпкә ҡыйыныраҡ. Улар, кѳн дә ниндәйҙер ҡаршылыҡ, ауырлыҡ менән осрашыуға ҡарамаҫтан, ихтыяр кѳсѳнә таянып, сабырлығын туплап, артабан да йәшәргә ынтыла. Ҡала Мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара инвалидтар кѳнѳнә арналған концерт уларға байрам бүләге генә түгел, ә иғтибар һәм ихтирам сағылышы ла булды.
Ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаған муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук ра- йонда эшләп килгән инвалидтар ойошмаһының эшен юғары баһаланы, мѳмкинлектәре сикләнгән кеше- ләрҙең спорт, мәҙәниәт һәм башҡа ѳлкәләрҙә актив сығыш яһауҙарын билдәләп китте. Уларҙың рухи яҡ- тан кѳслѳ, тырыш булыуҙарына һоҡланыуын белдерҙе, яҡындарының аңлауын, мәрхәмәтен тойоп, артабан да кәйеф кѳрлѳгѳн ташламай, һәр кѳнгә ѳмѳт барлап йәшәүҙәрен теләне.
Байрам концертында сығыш яһаған “Иҙел башы йондоҙҙары” тѳбәк- ара фестивале лауреаты, Бѳтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең “Родничок” вокаль ансамбленең йырҙарын тамашасы кѳслѳ алҡыштарға күмде. Шулай уҡ “Веснушки” эстрада бейеүҙәре ансамбле, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Вдохновение” халыҡ бейеү ансамбле, 7-се коррекцион мәктәп уҡыусылары сығыш яһаны.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий