Матур ғаиләләр тәбрикләнде

Ҡаланың ЗАГС бүлегендә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр.
Был көндө улар адресына бик күп ҡотлауҙар, матур теләктәр яңғыраны. Бәхетле ғаиләләргә Баш- ҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәре еткерелде. Юбилярҙарҙы матур даталары менән ҡотларға балалары, туғандары һәм дуҫтары ла килде.

Тантаналы көндә 50, 60 йыл иңгә-иң терәп ғүмер иткән 10 ғаилә пары тәбрикләнде. Бөгөн оҙон тормош юлы үткән был парҙар тағы ла бер тапҡыр тулҡынландырғыс һәм тантаналы мәл кисерҙе. Бик күп ҡыуаныстары, һѳйѳнѳс-кѳйѳнѳстәре булған оҙон йылдар үтһә лә, улар тәүге танышҡан көнөн яҡшы иҫләй. Был көндө улар ғаилә бәхетенең сере менән дә бүлеште һәм бер-береңде аңлап, тәрән һѳйѳү менән йәшәгәндә генә тормош юлын оҙаҡ йылдар бергә үтергә була, тип белдерҙе.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий