Бюджет проекты ҡаралды

Муниципаль район хакимиәтендә ҡала Советы депутаттарының сессияһы уҙҙы. Көн тәртибендә 2018-2020 йылға ҡала бюджеты проекты мәсьәләһе ҡаралды. Бюджет күрһәткестәре менән ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ришат Ситдиҡов таныштырҙы.
2018 йылға бюджет сығымдары 78,1 млн. һумға планлаштырылған. Бында дөйөм дәүләт, торлаҡ-коммуналь хужалығы, физкультура һәм спорт, социаль мәсьәләләргә ҡағылған сығымдар ҙа индерелгән. Иң күп сығым талап иткән өлкә - юл фонды. Депутаттар проектты бер тауыштан хупланы һәм артабан тауыш биреү юлы менән күмәк тыңлауҙар көнөн билдәләне. Ул 14 декабрҙә үтәсәк.
Сессия ултырышында ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләү конкурсын ойоштороу тәртибенә үҙгәрештәр ҙә индерелде. Был көндө 23 август ҡарары, йәғни 2017 йылға муниципаль милекте хосу- силаштырыу прогноз планы ла тикшерелде. Сессия ултырышы “Ҡалабыҙ - уртаҡ йортобоҙ” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Күп фатирлы өлгөлө йорт номинацияһында I урынға К. Маркс урамындығы 33-сө йорт лайыҡ булды. “Иң яҡшы подъезд” номинацияһында ошо уҡ йорттоң 2-се подъезы еңеүсе тип табылды.
Конкурста шәхси сектор ҙа ҡатнаша. Быйыл “Иң яҡшы шәхси йорт” номинацияһында Надежда Якименко еңеп сыҡты. Еңеүселәргә Дипломдарҙан тыш, “Өлгөлө йорт-2017” тип яҙылған алтаҡта һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий