Халыҡ проблемаларын хәл итте

Халыҡ проблемаларын хәл итте
Муниципаль район хакимиәтендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина төрлө шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте. Район-ҡаланан ике йөҙҙән ашыу мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт булды, 15 кеше үҙе ҡабул итеүгә килде.
Бирелгән һорауҙар башлыса йорт төҙөү өсөн ер участкаһы бүлеүгә, төрлө торлаҡ бәхәстәренә, ауылда мәҙәни үҙәк төҙөүгә, авария хәлендәге электр селтәрҙәрен ремонтлауға, эшһеҙлек проблемаһына, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенә түләүҙәргә ҡағылды. Халыҡты ҡабул итеүҙә муниципаль район хакимиәтенең төрлө бүлек вәкилдәре һәм юрист ҡатнашты. Был иһә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе шунда уҡ хәл итергә ярҙам итте.
Һайлаусылар менән аралашыу практикаһы дөйөм уңышҡа ирешергә, халыҡтың ҡайһы бер проблемаларын тиҙ арала хәл итергә ярҙам итә. Ҡайһы берәүҙәрҙең шәхсән үҙ мәсьәләһе буйынса ғына түгел, ә дөйөм халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуы ла ҙур ҡыуаныс тыуҙыра, ти Зөһрә Рәхмәтуллина. Депутатҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе торлаҡ һәм ер участкалары мәсьәләләренә бәйле ярҙам һораны. Мәҫәлән, Инйәр ауылында йәшәгән йәш ғаилә үҙҙәренең ауыл хакимиәте буйынса ер участкаһына сиратта икенсе булып тора. Тик, Башҡортостан Республикаһының Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы законына ярашлы, барлыҡ ауыл Советтарының сираттары бер дөйөм сиратҡа берләштерелгән. Шул сәбәпле был ғаиләнең сираты ла ҡырҡ икенсе урынға күсерелгән. Был йәһәттән тағы ла бер күңелһеҙ яңылыҡ бар, киләсәктә тәҡдим ителәсәк ер участкалары мотлаҡ рәүештә Инйәр ауыл Советы территорияһында булмауы ла ихтимал. Әгәр тәҡдим ителгән ер участкаһы оҡшамай икән, сиратта тороусылар унан баш тарта ала.
Депутатҡа һуҡырҙар йәмғиәтендә йәшәгәндәр ҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Бөгөнгѳ көндә уларҙы борсоған төп проблема - дөйөм ятаҡҡа ремонт яһау мәсьәләһен хәл итеү. Граждандарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм транспорт бүлеге начальнигы Виталий Дудин дөйөм ятаҡҡа ремонт яһау муниципаль район хакимиәтенең планына индерелеүен белдерҙе. Уның әйтеүенсә, декабрҙә һыу менән тәьмин итеү системаһына капиталь ремонт башланасаҡ, ә ятаҡ ҡыйығын яңыртыу иһә 2019 йылға планлаштырылған. Киләһе йылда, “Ҡала мөхите” программаһына ярашлы, Тюленин урамындағы бер йорт алды биләмәһендә лә тулы реконструкция эштәре башланасаҡ.
Депутатҡа бирелгән ҡайһы бер һорауҙар урында уҡ хәл ителде, икенселәре артабан өйрәнеү һәм хәл итеү өсөн контролгә алынды. Һәр мөрәжәғәт ентекле өйрәнеләсәк һәм уларға мотлаҡ яуап биреләсәк, тип ышандырҙы Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
Эльза Мөхәмәҙиева.





Оставить комментарий