Йѳйәккә йәм өҫтәйҙәр

Йѳйәккә йәм өҫтәйҙәр
Ғаилә - тормош нигеҙе, дәүләт киләсәге. Уның эсендә татыулыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирам булғанда, ғаилә усағының йылыһы ла кѳслѳрәк була. Ошо йылыны тойоп үҫкән балалар тәүфиҡлы, аҡыллы була. Йѳйәк ауылында ғүмер иткән БАҺАУИТДИНОВТАРҙың күркәм ғаиләһенә һоҡланыусылар аҙ түгелдер.
Альбина Гайдар ҡыҙы менән Айнур Ғәлинур улының ғаилә ҡороуҙарына 19 йыл. Тыуған ауылдарынан ситкә китмәй, уның матур бер урамынан ер алып, 2003 йылда үҙ тырышлыҡтары менән йорт һалып ингәндәр. Оҫта ҡуллы ғаилә башлығының үҙ ѳйѳндә генә түгел, эргә- тирә ауылдарҙа ла ҡулы теймәгән йорт бик һирәк.
“Ауылыбыҙ егеттәренән торған үҙ бригадам бар. Кешеләргә ѳй тѳҙѳү менән булышабыҙ, нигеҙенән алып кәрниз, ҡыйыҡтарына тиклем бар эште лә эшләйбеҙ. Заказдарҙы башлыса Мәскәү тирәһенең тѳҙѳлѳш менән булышҡан фирмаларынан ҡабул итәм. Ҡайһы саҡ һигеҙәр ай буйы ҡырҙа йѳрѳгән осраҡтар ҙа бар. Насар ғәҙәттәргә эйә булмаһаң, алған эшеңде еренә еткереп, намыҫлы атҡарһаң, эш һине үҙе үк эҙләп табып ҡына тора. Ғаиләңде ҡарайым, етеш йәшәйем тиһәң, тырышырға кәрәк”, - тип бәйән итә Айнур Баһауитдинов. Зауыҡ менән йыһазландырылған ѳйҙѳ нурлы ла, бѳхтә лә итеп тотоусы Альбина 16 йыл инде мәктәптә эшләй. Улдары Айҙар Ѳфѳ тимер юлы техникумының II курсында уҡый. Ҡыҙҙары Айһылыу Йѳйәк мәктәбенең VII класында тик “бишле” билдәләренә генә уҡыуҙан тыш, спортта ла үҙен һынатмай. Район-ҡала кимәлендә саңғы буйынса уҙғарылған ярыштарҙа призлы урындар яулаған. Әҙерлек тѳркѳмѳнә йѳрѳгән Айратҡа 4 йәш.
Атай-әсәйҙәре, туғандары менән ҡатнашып, бер-береһенә ярҙамлашып, дуҫ һәм татыу йәшәй Баһауитдиновтар.
Ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеп, тормошта ныҡлы аҙымдар менән алға атлаусы ир уҙаманы Айнур һәм уның һәр эшенә ҡеүәт, дәрт биреп тороусы тормош юлдашы Альбина кеүек бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған ғаиләләр күберәк булһын ине.
Р. СӘЛИХОВА.
Автор фотоһы.

Оставить комментарий