«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезында Башҡортостан делегацияһын Рөстәм Хәмитов етәкләй

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезында Башҡортостан делегацияһын Рөстәм Хәмитов етәкләй
«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезына Башҡортостандан 18 делегат бара. Делегацияны республика Башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов етәкләй. 5 декабрҙә үткән йомғаҡлау конференцияһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ошо хаҡта хәбәр итте. Сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный һәм партияның үҙәк башҡарма комитеты департаменты советнигы Александр Долганов ҡатнашты.
Съезда ҡатнашыусылар араһында Өфө, Салауат, Белорет, Мәсетле, Ғафури, Бишбүләк, Балтас, Йылайыр, Илеш, Дәүләкән, Бәләбәй, Борай һәм башҡа райондарҙың вәкилдәре бар. Делегаттар төрлө һөнәр эйәләре — уҡытыусылар, табиптар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие етәкселәре һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезы 22-23 декабрҙә уҙа. Унда партияның 2018 йылға өҫтөнлөклө бурыстары билдәләнә һәм кадрҙар үҙгәреше көтөлә. Съезд барышында партия проекттары күргәҙмәһен һәм ете дискуссия майҙансығын ойоштороу ҡаралған. Уларҙы уҙғарыу йомғаҡтары буйынса партияның һайлау алды программаһын тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу буйынса комиссия ултырышын үткәреү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
БАШИНФОРМ.

Оставить комментарий