Тағы ла яҡшылар рәтендә

Балалар сәнғәт мәктәбе һәм һөнәри белем учреждениелары преподавателдәре араһында үткән Башҡарыу оҫталығы республика конкурсында Белорет музыка мәктәбе төрлө номинацияларҙа еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбе буйынса алдынғы урынға сыҡты. Улар һигеҙ - I, ѳс - II, ѳс III урын һәм 2 ҡатнашыусы Дипломына лайыҡ булды.
Конкурста биш йөҙҙән ашыу сығыш ҡаралды. Унда меңдән ашыу башҡарыусы үҙенең музыкаль һәләтен һынаны. Белорет музыка мәктәбе иһә баһалама ағзаларына музыка ҡоралдарында яңғыҙ уйнау һәм эстрада әҫәрҙәрен башҡарыу, академик һәм эстрада вокалы буйынса 17 сығыш тәҡдим итте. Улар һәр номинацияла еңеү яулауға йәки призер булыуға иреште. Әлбиттә, бындай уңыш өсөн барыһына ла ҙур көс, тырышлыҡ та һалырға тура килде. Конкурстағы ҙур еңеүҙәр Белорет музыка мәктәбенең республикала ғына түгел, унан ситтә лә иң яҡшыһы исеменә лайыҡлы булыуын күрһәтте.
Ошо көндәрҙә мәктәп тағы ла бер ҙур уңышҡа иреште һәм “Иң яҡшы 50 балалар сәнғәт мәктәбе” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Быйыл был конкурста ҡат- нашыу өсөн илдең 150 сәнғәт мәктәбе заявка биргән. Ошо исемлеккә беҙҙең өҫтәмә белем биреү учреждениеһы ла инде. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, музыка мәктәбе Рәсәйҙә эшләгән 5 меңдән ашыу мәктәп араһында иң яҡшыһы тип табылды. Башта һәр мәктәп үҙ төбәгендә һайлап алыу турын үтте. Бында белореттар, Өфөнөң балалар сәнғәт мәктәбен артта ҡалдырып, Рәсәй кимәленә сыҡты һәм Башҡортостан намыҫын яҡланы. Улар бында ла һынатманы һәм конкурста ҡатнашҡан 150 мәктәп менән көс һынашып, еңеүсе булды.
Э.Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий