Халыҡ-ара балалар уйындарында 2 меңгә яҡын спортсы ҡатнаша

Халыҡ-ара балалар уйындарында 2 меңгә яҡын спортсы ҡатнаша
2019 йылда Өфөләге LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында 2 мең самаһы спортсы ҡатнаша. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашыуҙа белдерҙе.
– Беҙ уйындарҙа 1,5-2 мең спортсы ҡатнашыр, тип көтәбеҙ. Ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү күҙлегенән был беҙҙең өсөн нормаль күренеш, – тине төбәк етәксеһе. – Инфраструктурабыҙҙың күп һандағы ҡунаҡтарҙы урынлаштыра алыуын яҡшы беләһегеҙ. Беҙ көйәрмәндәрҙе, оҙатыусыларҙы, ата-әсәләрҙе иҫәпкә алып ике, хатта өс тапҡырға күберәкте ҡабул итә алабыҙ.

Ричард Смит үҙенең сәфәре барышында спорт, шулай уҡ инфраструктура объекттарында, шулай уҡ ҡунаҡханаларҙа булыуын билдәләне.
– Беҙ 1,5-2 мең ҡатнашыусыны көтәбеҙ. Мин VIP-ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу күҙ уңында тотолған ҡунаҡханаларҙы ҡараным. Бында бер нисә һәйбәт ҡунаҡхана төҙөлгән, 2015 йылда, буғай, – тине Ричард Смит. – Булып өлгөргән барлыҡ объекттар менән ҡәнәғәтмен.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылғы Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары туғыҙ дисциплина (еңел атлетика, футбол, йөҙөү, фехтование, пляж волейболы, баскетбол, грек-рим көрәше, ҡаяға үрмәләү, тхэквондо) буйынса ярыштарҙы үҙ эсенә ала.
Бынан алда, 2013 йылда, Өфө VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткәйне. Ярыштарҙа 20 илдең 60 ҡалаһынан йыйылма командалар ҡатнашты. Спортсылар спорттың ете төрө буйынса 10 миҙал уйнатты. Башҡортостандың баш ҡалаһы донъяла Ҡышҡы һәм Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткән берҙән-бер ҡала буласаҡ.
БАШИНФОРМ.
Оставить комментарий