Әүлиәләр рухын ҡыуандырып

Әүлиәләр рухын ҡыуандырып
Башҡортостандың әүлиәләр төйәге булыуын хәҙер сит илдәрҙә лә беләләр. Бер нисә йыл элек Белоретҡа Кипрҙан килгән Мәхмәт шәйех та быны раҫланы. Тап шул саҡта ул Шығай зыяратында мәртәбәле әүлиә ерләнгәнлеген әйтә. Ысынлап та, ҡәберлек ташында "Әүлиә Үтәш тархан" тигән яҙыу бар. Ә бына быйыл 28 июлдә бөйөк әүлиә Сиражитдинов Мөжәүир Уйылдан улының вафатына 50 йыл булды.
Тап ошо ваҡытта ветеран- уҡытыусылар Нурбикә Әнүәр ҡыҙы менән Инсаф Хәсән улы Канафиндар әүлиәләребеҙ рухына ҡорбан салып аят уҡытырға ниәт иткәйне. Әммә ҡыҙыу бесән өҫтө булыуы һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында был сара кисектерелеп торҙо. Һәм был бушҡа булмаған икән. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тигәндәй, 15 сентябрҙә Сибай артистары ҡуйған “Әүлиә ” спектакленең премьераһы булды. Бына, ниһайәт, үҙ мөҙҙәтен көткән сара икеләтә ҡыуаныс булып, әүлиәләребеҙ рухын балҡытып, тереләргә ҙур аманат булып, рух, ҡот, ырыҫ һәм бәрәкәт менән тулы күңел байрамына әүерелде. Быға яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” китабы буйынса эшләнгән “Әүлиә” спектакле сәбәпсе булды. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы етәксеһе Сәғирә Шәрәфетдинова һәм Нурбикә менән Инсаф Канафиндар Шығай, күрше ауылдар халҡы өсөн уҙған йәк- шәмбе ҙур байрам сараһы ойошторҙо. Унда автор Лира Яҡшыбаева, “Иҙел башы” яҙыу- сылар ойошмаһы етәксеһе, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Мансур Һиҙиәтов, ҡала-райондың “Аҡ мәсет” имам мөхтәсибе Мәүлит хәҙрәт, “Жәмиғ” мәсете имамы Исмәғил хәҙрәт, Йомағол хәҙрәт, Зәйнулла ишандың тыуаһы Абдрахман Эниев, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Зөлфирә Сөләймәнованың тулы материалын гәзиттең 100-се һанында (15.12.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий