Барыһы ла – ғаиләнән

Барыһы ла – ғаиләнән
Ярты быуат. Әҙ ҙә, күп тә кеүек. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, хөрмәт итеп, илле йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлынан бергә атлаған парҙар өсөн әҙ ҙә кеүек. Икенсенән, иңдәренә төшкән әллә күпме йәмәғәт эше, балалар үҫтереү, уларҙы тормош юлына баҫтырыу, йоҡоһоҙ төндәр артта ҡалған...
- 50 йыл - әйтеүе генә анһат, ярты быуат ғүмер бергә. 50 йылдың дүрт миҙгелен бергә ҡаршы алып, бергә үткән ҡәҙерлеләребеҙ. Улар Хоҙай насип иткән ғүмерҙәрен мәғәнәле һәм матур итеп йәшәй белә. Һәр ваҡыт уларға һоҡланып ҡарайбыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙ бер ваҡытта ла эште ирҙәрҙеке, ҡатындарҙыҡы тип айырманы. Ауыл ерендә халыҡ нимә менән шөғөлләнә ала, улар шуның барыһын да эшләне, тормош йөгөн икәүләп тарталар. Яҙ етеү менән баҡса эше, һуңынан бесән. Йәй буйы баҡсалары йәшелсә, емеш-еләктән өҙөлмәй. Һарайҙары тулы мал-тыуар, - ти юбилярҙарҙың ҡыҙҙары Әлфиә Нәғим ҡыҙы. Йәш саҡтағы кеүек, бер- береһенең ҡәҙерҙәрен белеп, тормош һынауҙарын бергә күтәреп, уртаҡ яҙмыш һуҡмағынан бергә атлай Аҙналы ауылынан Лоҡмановтар. Балалар, ейән-бүләләр уларҙың йәшәү асылын йәмләй.
Тулы материалды гәзиттең 100-се һанында (15.12.17) уҡығыҙ.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий