Һуңғы эштәр башҡарыла

2017 йыл тамамланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Йыл менән бергә бик күп төҙөкләндереү эштәре лә аҙағына еткерелде. «Ҡала мөхите» федераль программаһы буйынса быйыл бик күп эштәр башҡарылды. Ленин урамындағы скверға яҡтыртҡыстар ҡуйыу ҙа ошо программаға ярашлы тормошҡа ашырылды.
Ленин урамындағы үҙгәрештәр тәү ҡараштан уҡ күҙгә салына. Мәҫәлән, Совет майҙанынан Крупская урамына тиклем тулыһынса йәйәүлеләр һуҡмағы түшәлде, эскәмйәләр, сүп һауыттары ҡуйылды, скверҙың кәртәләре ремонтланды. Әллә ҡайҙан күренеп торған Ленин һәйкәле лә яңы төҫ алды, уның нигеҙе, тышҡы йөҙө яңыртылды. Реконструкцияның мөһим өлөшө йәй айҙарында башҡарылды, шулай ҙа бында төҙөкләндереү эштәре бѳгѳн дә дауам итә. Әлеге ваҡытта скверҙы яҡтыртыу эше төп мәсьәлә булып тора. Бөгөн бында скверҙың Совет майҙанынан ҡала поликлиникаһына тиклемге өлөшө генә яҡтыртыла. Тиҙҙән урам фонарҙарын Пушкин урамынан балалар поликлиникаһына тиклем ҡуйыу мөмкинлеге буласаҡ. Эшселәр монтажлау эштәренә яҡын арала тотонасаҡ.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий