“Мәктәбем - белем йорто”

“Мәктәбем - белем йорто”
БѲГѲНГѲҺѲ

Мәктәптә бѳгѳнгѳ кѳндә 37 уҡытыусы эшләй. Шуларҙың мәктәпте 10-ауһы - юғары, 12-һе беренсе категориялы. Л.Ғ. Ғәйнуллина РФ Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Ф.Х. Кинйәбаева 2006 йылда “Мәғариф” ѳҫтѳнлѳклѳ милли проект сиктәрендә Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған. “БР мәғариф алдынғыһы” исемдәренә Ф.Ғ. Сәйетғәлина, Г.Я. Латипова, З.С. Динисламова, Р.Н. Иҙрисов эйә һәм Ш.И. Яҡшыдәүләтова “Ѳлкән уҡытыусы” исемен йѳрѳтә.
25 йыл эсендә мәктәпте бер уҡыусы - алтын һәм алты уҡыусы кѳмѳш миҙалға тамамлаған.

Мәктәп янында Уҫманғәле, Манышты, Бирҙеғол, Асы, Береш, Ноҡат, Арышпар, Хәсән, Сәфәрғол, Йѳйәк ауылдарынан килеп уҡыусы балаларға икенсе ѳйҙѳ алыштырған, йылы ла, матур ҙа интернат бар. Ике йѳҙгә яҡын йәш быуын тәрбиәләнгән уҡыу йорто заманса йыһазландырылған, дәрестәрҙе юғары кимәлдә ойоштороуға булышлыҡ итеүсе интерактив таҡталар, принтерҙар, проектор, ноутбуктар, информатика кабинеты бар Барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, үҙ эшен һәм балаларҙы яратҡан коллектив тупланған Инйәр башҡорт мәктәбенең киләсәге ѳмѳтлѳ. Оло еңеүҙәр, уңыштар уларҙы алда ла кѳтѳп торһон.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий