Ҡала байрамға әҙерләнә

Ҡала байрамға әҙерләнә
Ниһайәт, ҡышты ла һағынып кѳтѳп алдыҡ. Аҡ ҡарҙы шығырлата баҫып, рәхәтләнеп саф һауа һулап йөрөргә лә насип булды. Ысын ҡышты тойоу менән бергә Яңы йыл байрамы кәйефе лә килеп етте.
Был аҙнала ҡаланың Металлургтар майҙанында ла байрамға әҙерлек эштәре башланды. Төрлө ҙурлыҡтағы боҙ киҫәктәренән фигуралар эшләнә, шыршы ултыртыу өсөн урын әҙерләнә. Боҙ ҡаласығын, хеҙмәт килешеүе буйынса, БДПУ-ны тамамлаған рәс- самдар эшләй, улар бының менән 7-се йыл шөғөлләнә. Өфө ҡалаһынан килгән Игорь Башаров менән Айрат Вәлиевкә яҡташыбыҙ, Белорет рәссамы Михаил Клочков та ҡушылған. Улар 26 декабргә тиклем боҙ ҡаласығын тулыһынса биҙәп бөтөрөргә ниәтләй. Фигуралар эшләнәсәк боҙ элеккесә быуанан килә. Ниһайәт, ҡышты ла һағынып кѳтѳп алдыҡ. Аҡ ҡарҙы шығырлата баҫып, рәхәтләнеп саф һауа һулап йөрөргә лә насип булды. Ысын ҡышты тойоу менән бергә Яңы йыл байрамы кәйефе лә килеп етте. терелә. Рәссамдарға ҡәҙимге ҡоралдарынан тыш, бензопила менән дә эшләргә тура килә. Улар башта боҙға һүрәт төшөрә, һуңынан уны контур буйынса бысып, матурлау эшенә тотона.
Был аҙнала “Башспецстрой” предприя- тиеһы хеҙмәткәрҙәре төп шыршыны ла килтереп ултыртты. Предприятие был эште инде бер нисә йыл рәттән башҡара. Үҙәк майҙанды биҙәп, күптәргә матур кәйеф бүләк итәсәк байрам ҡупшыҡайын Тирлән трассаһындағы 21-се километрҙан алып килделәр.
Яңы йыл ҡунағының урмандан майҙанға тиклемге юлы ла еңел булманы. Бының өсөн әллә күпме мәшәҡәт, ҡаршылыҡ та үтергә тура килде. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков шыршыны былтыр уҡ һайлап ҡуя, быйыл көҙ уның урынында ултырыуына һәм тағы ла матурлана төшөүенә инанғас, ҡупшыҡайҙы урмандан алып ҡайтырға хәл итәләр. Юлда килеп сыҡҡан мәшәҡәттәр арҡаһында шыршы алып ҡайтыу ике көнгә һуҙылды.
Байрамдың төп ҡунағы - йәшел ҡупшыҡай майҙандың түренән урын алды. Тиҙҙән уны уйынсыҡтар, төрлө төҫтәге фонарҙар менән биҙәү эштәре башланасаҡ.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий