Бил һынаны спортсылар

Бил һынаны спортсылар
Стәрлетамаҡта Волга буйы федераль округының белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында халыҡ уйындары һәм спорттың милли төрҙәре буйынса IV Бөтә Рәсәй фестивале үтте. 2000-2003 йылғы ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр билбау көрәше буйынса көс һынашты.
Фестивалдә Белорет районы спорт мәктәбенән 6 спортсы ҡатнашты. 42 килограмға тиклем ауырлыҡта Илһам Муллағәләмов - I, 46 килограмға тиклем ауырлыҡта Ислам Муллағәләмов - II, 55 килограмға тиклем ауырлыҡта Даян Хәйруллин - III, 71 килограмға тиклем ауырлыҡта Иҙел Дауытов - II, 77 килограмға тиклем ауырлыҡта Булат Абдрахманов - I һәм Ислам Йомағолов үҙ категорияһында III урынды яуланы.
7-10 декабрҙә Татарстандың Нижнекамск ҡалаһында билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте. Атҡаҙанған спорт мастеры Шамил Саҙриев иҫтәлегенә арналған сарала 2000-2002 йылғы үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Район спорт мәктәбенән 4 тәрбиәләнеүсе - Даян Хәйруллин, Иҙел Дауытов, Радмир Мәғәсүмов һәм Зилиә Ирғәлина үҙ ауырлыҡтарында бил һынаны. 57 килограмм ауырлыҡта Зилиә Ирғәлина (һүрәттә) II урын яуланы.
Ярыштарға барыуҙы ойошторған һәм ярҙам иткән ата-әсәләргә, Абҙаҡ мәктәбе директорына, хакимиәт башлығына һәм депутаттарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
С. ДАУЫТОВ.
Абҙаҡ ауылы.


Оставить комментарий