Республика намыҫын яҡлай

Белорет атлеты Иван Лопухов Силәбе ҡалаһында функциональ күп төрлө көрәш буйынса Рәсәй кубогының төбәк этабында еңеүсе булды. Хәҙер спортсыға Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән ярышта республика намыҫын яҡларға тура киләсәк.
Ярышта Иван республика һәм ҡала намыҫын яҡлаған берҙән-бер спортсы булды. Ул 18-34 йәштәгеләр категорияһындағы 40 спортсы менән көс һынашты.
Иван Лопухов кроссфит һәм күп төрлө көрәш менән өс йыл шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә ул төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, күп тапҡыр еңеүсе һәм призер булған, әммә Силәбе ҡалаһындағы кеүек ҙур ярышта ул тәүгә ҡатнашҡан. Ҙур кимәлдәге сығыш булһа ла, беренсе ҡоймаҡ төйөрлө булмай - I урынды яулай. Еңеү яулауҙа спортсыға тормош иптәше Эльвира ҙур терәк була. Алда Иванды йәйгеһен үтәсәк Рәсәй кубогына ярыш көтә. Ул был йәһәттән әҙерлек башлаған да инде.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.


Оставить комментарий