"Урал" да үткән яҡты йылдар

"Урал" да үткән яҡты йылдар
Ғүмер шулай үтә лә китә икән. Ҡайһы йылдар шаулап-гөрләп, ҡайһылары май шәмендәге ут һымаҡ баҙыҡ ҡына. Ә үҙемдең “Урал”да үткән йылдарым ниндәй булды һуң?
Баш мөхәррир вазифаһында мин 1995 йылда эшләй башланым. …Ҡырҡ дүрт йәш, халыҡ менән эшләүҙә апаруҡ ҡына тәжрибә тупланған һымаҡ, гәзит эшен яратып өлгөргән журналисмын (“Урал”ға беренсе тапҡыр 1971 йылда килгәйнем, корректор ярҙамсыһы, корректор, әҙәби хеҙмәткәр, радио хәбәрсеһе), шуға йәштән тапаған тупһаларыма, яратҡан коллективыма шатланып килеп индем. “Урал” да мине йылы ҡаршыланы. Әле һаман миңә ярҙам күрһәтеүҙән баш тартмаған журналистарҙы онотмайым. Улар - Фәриха Вәлиуллина, Марат ағай Хәлилов, Иншар ағай Хәмитов, Нуриман ағай Кәримов, Зилә Абзалова, Әминә апай Килдейәрова. Үҙем эшкә алғандарҙан Зөлфирә Сөләймәнова, Резида Ғәҙелшина, Рәмилә Мусина журналистикаға һаман тоғро булып ҡалалар, гәзитебеҙҙе биҙәп торалар.

Шул йылдар, яҡты хәтирәләр менән балҡып торған миҙгелдәр булып, йыш ҡына иҫкә төшә. Ғаилә менән бәйле хәлдәр мине тағы ла Себергә алып китмәһә, бәлки, яратҡан эшемде оҙаҡ йылдар башҡарыр инем. Әле лә, Хоҙайға рәхмәт, беҙҙең бәйләнеш өҙөлмәй, шуға сикһеҙ шатмын.

Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, хеҙмәт һәм журналистика ветераны, 1995-2000 йылдарҙа гәзиттең баш мөхәррире Гөлсөм Мостафинаның тулы материалын гәзиттең 101-се һанында (19.12.17) уҡығыҙ.


Оставить комментарий