Фиҙаҡәр хеҙмәт эйәләре

Фиҙаҡәр хеҙмәт эйәләре
Йѳйәк урта мәктәбе уҡытыусылары гәзитебеҙгә киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына дәррәү яҙылып, "Мәктәп менән "Урал"ға!" акцияһында ҡатнашты. Тау үренән үҙенә саҡырып торған ҙур, яҡты, барлыҡ уңайлыҡтары булдырылған мәктәптә 18 уҡытыусы эшләй, уларҙың барыһы ла юғары белемле. Наилә Ғүмәр ҡыҙы Шаһисолтанова, Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙы Ноғаманова, Сәлиха Мәүлит ҡыҙы Хәлилова - юғары категориялы уҡытыусылар булһа, Венер Вәхит улы Сибәғәтуллин, Рәйлә Зыяитдин ҡыҙы Шаһивәлиева, Радим Ғариф улы Салауатов, Илгиз Нәфиҡ улы Ноғаманов, Нәсимә Фәрүәз ҡыҙы Солтанбәкова, Ришат Тимерйән улы Ғәләүитдинов, Нурзиә Байтулла ҡыҙы Мырҙагилдина, Гөлсиә Мәғәфүр ҡыҙы Миһранова, Диниә Зиннур ҡыҙы Салауатова, Ләйсән Рәжәп ҡыҙы Ғәзизова, Райза Рәфил ҡыҙы Ғәниева, Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы Асҡарова, Әминә Әғзәм ҡыҙы Салауатова, Розалия Сәғит ҡыҙы Шәйбәкова беренсе категорияға эйә.
Мәктәптә бѳгѳнгѳ кѳндә 103 уҡыусы уҡыһа, Береш, Берештамаҡ, Ғәбдѳк ауылдары филиалдарының мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балалары менән бергә 240 тәрбиәләнеүсе иҫәпләнә.
Уҡыусылар, уҡытыусылар район, республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа актив ҡатнаша һәм еңеүҙәргә өлгәшә.
Ауылда үткән концерттар, тѳрлѳ байрам саралары мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Ауыл клубы мөдире Айгөл Рәсүл ҡыҙы Закирова бының ѳсѳн уларға сикһеҙ рәхмәтле.

Тәрән белем, сабырлыҡ, ихласлыҡ талап иткән ауыр ҙа, яуаплы ла эштәрендә Йѳйәк мәктәбе уҡытыусыларына яңынан-яңы уңыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ һәм “Мәктәп менән “Урал”ға!” акцияһында ҡатнашыуҙары ѳсѳн рәхмәт белдерәбеҙ.
P.S. Хөрмәтле мәктәп директорҙары, уҡытыусылар! Акция 26 декабргә тиклем дауам итә. Кемдәр гәзиткә яҙылырға өлгөрмәй ҡалған - ашығығыҙ!
МѲХӘРРИРИӘТ.

Оставить комментарий