Йәшәргә лә әле, йәшәргә!

Йәшәргә лә әле, йәшәргә!
Иҙелдә һыу инеп йөрөгән йәш-елкенсәктең, үҫмер- ҡыҙҙарҙың иғтибарын ауыл яғынан нимәлер ҡысҡырып, йүгереп килгән малай йәлеп итә. Малай килеп еткәс тә, әйтер һүҙен әйтә алмай оҙаҡ ҡына хәл йыйып торҙо. Әҙерәк тын алғас, “Һуғыш башланды”, тип әйтә... Ана шулай бөтә халыҡтың уй- хыялын, ҡуйған маҡсаттарын селпәрәмә килтерә. Малайҙарҙы ваҡытынан алда ир ҡорона индерә, йәш- елкенсәкте иртә буй еткертә. Бөтә ил һуғышҡа күтәрелә.
Ишембай районы Байғужа ауылы ҡыҙы Мәрхиәнең 14 йәшендә генә матур, йәшлек сағы Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Иҙел буйында һыу инеп йөрөгән мәлдә өҙөлә. Ир-ат һуғышҡа китә, ауылда бала-саға, ҡарт-ҡоро ғына тороп ҡала. Мәрхиәнең атаһы Ғарифты һуғышҡа алмаһалар ҙа, ул илебеҙ тыныслығы өсөн үҙ өлөшөн индерә. Мылтыҡ һаптары эшләй, улар фронтҡа ебәрелә. Мәрхиә апайҙың 16 ир туғаны шул ҡәһәрле һуғышта ҡатнашып, яу яланында башын һала. Ауыл халҡы ла ҡыйынлыҡ кисерә, “Бөтәһе лә ил өсөн, бөтәһе лә фронт өсөн!” лозунгыһы менән йәшәй. Балалыҡ һәм үҫмерлек осоро ауыр һуғыш мәленә тура килгән ағинәй шул йылдарҙа бик күп халыҡты аслыҡтан ҡотҡарып ҡалған тәбиғәт байлыҡтарына сикһеҙ рәхмәтле. Тотош быуатҡа етерлек ваҡиғаларына шаһит булған мөләйем инәйҙең барлар хәтирәләре бик күп. Аслыҡ- яланғаслыҡҡа, көс еткеһеҙ эшкә, һуғыш йылдары ауырлыҡтарына баш эймәгән улар…
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 102-се һанында (22.12.17( уҡығыҙ.
Оставить комментарий