Пенсионерҙарға – шарттар

Пенсионерҙарға – шарттар
Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Белорет районы һәм ҡалаһы бүлегендә үҙгәрештәр бар: ике клиент хеҙмәте берәүгә берләштерелде. Хәҙер хаҡлы ялдағыларҙы пенсия идаралығының өҫтәлмә офисында ҡабул итәләр.
Быға тиклем граждандарҙы төрлө шәхси мәсьәләләр буйынса тѳп бинала урынлашҡан клиент хеҙмәтендә ҡабул иттеләр. Әммә бының өсөн өсөнсө ҡатҡа күтәрелергә кәрәк ине. Шул арҡала күптәргә, бигерәк тә оло йәштәгеләргә, был ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Һаулығы яғынан мөмкинлеге сикләнгәндәргә лә уңайлы шарттар булманы. Клиенттарҙы ҡабул итеүҙе өҫтәлмә офисҡа күсереү мѳрәжәғәт итеүселәрҙең мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эшләнде лә инде. Өҫтәлмә офиста быға тиклем дә страховка иғәнәләре һәм шәхси иҫәп танытмалары биреү буйынса клиенттар ҡабул ителде. Бында барыһы ла заманса талаптарға ярашлыэшләнгән, инвалидтар өсөн дә махсус шарт- тар булдырылған. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, һаулығы яғынан мөмкинлек- тәре сикләнгән граждандарҙы ҡабул итеү бында 2010 йылдан алып ойошторолған. Әлеге ваҡытта шарттар тағы ла яҡшыра төшкән, балалар өсөн уйын мөйөшө бар, тәҙрәләр һаны артҡан. Көтөү залында клиенттар өсөн ултырғыстар һаны ла күбәйгән. Тағы ла бер мөһим үҙгәреш - хәҙер бында халыҡты электрон сират буйынса ҡабул итәләр.
Йәйгеһен Пенсия фонды идаралығындағы бөтә мәғлүмәттәрҙең дә һанлы форматҡа күсерелеүе сәбәпле, ҡағыҙ мәшәҡәттәре лә кәмегән. Был алымды файҙаланыу ике хеҙмәтте берләштереп, уны өҫтәлмә офистың беренсе ҡатында урынлаштырыуға мөмкинлек биргән.
Клиенттарҙы төрлө шәхси мәсьәләләр буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем тәнәфесһеҙ ҡабул итәләр. Дүшәмбе Пенсия фонды идаралығы начальнигы, ҡалған көндәрҙә уның урынбаҫарҙары һәм бүлек начальниктары ҡабул итә. Өҫтәлмә офис Киров урамындағы 52-се йортта урынлашҡан.
Эльза ЗЕКРЕНА.
Рәсимә СӘЛИХОВА фотоһы.
Оставить комментарий