Йәштәргә - байрам бүләге

Йәштәргә - байрам бүләге
Республикала йәш ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән төрлө дәүләт программалары әүҙем эшләй. “2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү”, “Домокомплект”, “Жилстройсбережения”, “Социаль ипотека” һәм иң киң таралған “Йәш ғаилә” федераль программаһының “Торлаҡ” ярҙамсы программаһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән дә инде. Бындай программалар менән беҙҙең район һәм ҡалала йәшәгән йәштәр ҙә әүҙем файҙалана. Ошо аҙнала тағы ла 5 ғаилә Яңы йыл алдынан байрам бүләге алып һөйөндө.
Муниципаль район хакимиәтенең бәләкәй залында, «Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексы һәм архитектура үҫеше» дәүләт программаһына ярашлы, йәш ғаиләләргә социаль түләү алыу мөмкинлеге биргән сертификаттар тапшырылды. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында сертификатҡа эйә булған биш ғаиләнең икәүһе күп бала тәрбиәләй. Тантаналы сара барышында муниципаль район хакимиәте баш- лығы Владислав Миронов йәш ғаиләләрҙе ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы һәм изге теләктәрен еткереп, сертификаттар тапшырҙы. Социаль түләүҙәр һатып алған торлаҡтың хаҡын ҡаплау, йорт төҙөү йәки һатып алыу өсөн республика бюджетынан бүленә. Быйыл ипотека кредитын ҡаплау өсөн 10 ғаилә 2,5 млн. һум ярҙам алған. Әлеге ваҡытта социаль түләү алыу өсөн 18 ғаилә сиратта тора.
Э. МӨХӘМӘҘИЕВА.
А. КИРАМОВА фотоһы.
Оставить комментарий