Һәр ергә лә ѳлгѳрҙәр

Һәр ергә лә ѳлгѳрҙәр
Бер быуатлыҡ ғүмере булған мәктәптә 60-лап уҡыусы иҫәпләнә. Уларға үҙ хеҙмәтен яратҡан, эшенә намыҫ менән ҡараған 13 уҡытыусы белем бирә.
Рәшиҙә Мәсәғүт ҡыҙы Байрамғәлина, Шәкир Ғөбәйтулла улы Таһиров, Вәсимә Ханнан ҡыҙы Миһранова, Гөлназ Закир ҡыҙы Сафуанова - юғары, Мансур Ғәзиз улы Байрамғәлин, Ләйсән Ғәзиз ҡыҙы Фәйзуллина, Рима Ғимадислам ҡыҙы Таһирова, Луиза Рәүеф ҡыҙы Ғиадуллина, Рәйлә Сафа ҡыҙы Мөлөкова беренсе категорияға эйәләр. Мәктәп уҡыусылары “Урал батыр” эпосын яттан һѳйләү бәйгеһендә, Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы үткәргән “Йәшә, шыршыҡай!” акцияһында, район һәм республика кимәлендә үт- кәрелгән шиғыр һѳйләү конкурстарында, тѳрлѳ фәндәр буйынса олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында даими ҡатнашып, призлы урындарҙы яулап торалар. Уҡытыусылар, белем биреүҙән тыш, ауылда, район кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, байрамдарҙа ихлас ҡатнаша. Манышты мәктәбе коллективына “Мәктәп менән “Урал”ға!”акцияһында ҡатнашыуҙары ѳсѳн рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләсәктә лә әүҙем, берҙәм булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
МѲХӘРРИРИӘТ.

Оставить комментарий