Һандар кешеләрҙең матди етешлеген күрһәтә

Һандар кешеләрҙең матди етешлеген күрһәтә
Ноябрҙә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 30 мең һумдан үтте, тип хәтергә төшөрҙө республика Башлығы Рөстәм Хәмитов урындағы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа. Тәүгә был сик үтелде. Реаль һандар кешеләрҙең матди етешлеген күрһәтә, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
«Миндә яңы еңел автомобилдәр баҙары күләме буйынса Рәсәйҙең тәүге 10 төбәге исемлеге бар. Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Татарстан, Башҡортостан. Беҙ Рәсәйҙә бишенсе. Беҙҙән һуң Краснодар, Свердловск һәм Ростов өлкәһе кеүек беҙҙекенән күберәк кеше йәшәгән ҙур ғына биләмәләр. Артабан Һамар, Силәбе. Был ресурстарҙың барлығы тураһында һөйләй һәм быны, шул иҫәптән, бөгөн кешеләребеҙҙең матди етешлеген күрһәткән һандар буйынса һиҙәбеҙ», - тине Рөстәм Хәмитов.
БАШИНФОРМ.

Оставить комментарий