Иҙел башы йылъяҙмаһы «Урал»ға - 95!

Иҙел башы йылъяҙмаһы «Урал»ға - 95!
Район халҡының көнитмешен, йәшәйешен көҙгө ише яҡтыртып торған, журналистарҙың күңелдәренән сыҡҡан һүҙҙәрен һәр һаны аша уҡыусыларға еткергән, бай тарихлы «Урал» гәзите үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 1922 йылда“Ҡатай эшсеһе” исеме аҫтында донъя күрә башлаған гәзит, йылдар дауамында “Металл өсөн” “Сталинсы”, “Ленин юлы” һәм “Урал” исемдәренә үҙгәртелһә лә, эстәлеге, йөкмәткеһе менән шул уҡ ҡала, уҡыусыларының уға ҡарата ҡарашын, ихтирамын юғалтмай.
Байрам гәзиттең йәштәше, почта килерен күҙ ҙә ҡаш көтөп йөрөгән Уралбикә әбейҙең монологы менән башланып китте. Экранда гәзиттең тарихы, үткәне яҡтыртылып торҙо, тѳрлѳ йылдағы байрамдарҙа, осрашыуҙарҙа, эш барышында тѳшѳрѳлгән фотоларҙан слайдтар күрһәтелеп барҙы. Артабан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, гәзиттең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова баҫмала эшләгән журналистар, уны алдырып уҡыған гәзит уҡыусылары өсөн иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе - “Урал”ға 95 йыл тулыуы менән тәбрик итте. Йыл башында гәзиттең юбилейына ҡарата ойошторолған “Урал” - шәп гәзит!”, “Урал”ды иң күп таратҡан почтальон”, “Мәктәп менән “Урал”ға!”, “Бәхетле авто”, “Аҙна бүләге ” конкурстарында ҡатнашып, редакцияға матур-матур эстәлекле мәҡәләләр, бай йөкмәткеле шиғырҙар, күңел йылыһын һалып бәйләгән, теккән, сиккән ҡул эштәре алып килгән гәзит уҡыусыларға оло рәхмәтен белдерҙе. Иҙел башы йылъяҙмаһы «Урал»ға - 95!
Унан һуң һүҙ муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Сафый улы Теләүбаевҡа бирелде. Ул “Урал” гәзитенең һәр юлында райондың тарихы сағылыуын, уның бай йѳкмәткеле, етди, хәҙерге заман талаптарына яуап биргән баҫма булып тороуын әйтеп үтте һәм Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинованы Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Почет грамотаһы менән бүләкләне. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн гәзиттең яуаплы секретары Резида Ибраһим ҡыҙы Ғәҙелшина, бухгалтер Нурдидә Ишкәрим ҡыҙы Ғариповаға муниципаль район Советының Почет грамоталарын тапшырҙы. Артабан сәхнәгә мәҡәләләрендә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы пропагандалаған, башҡорт донъяһын, район тормошон төрлө яҡтан яҡтыртҡан журналистарҙы тәбрикләү өсөн район мәҙәниәт идаралығы начальнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, район-ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмова саҡырылды. Ул райондағы берҙән-бер башҡорт гәзитенең киләсәге һәм милләтебеҙ өсөн янып йөрөгәне өсөн гәзит етәксеһенә рәхмәтен белдерҙе, баҫманы юбилейы менән ҡотлағандан һуң Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова- ны, журналист, “Ағиҙел өҫтөндә йәйғор” премияһы лауреаты, шағирә Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙы Сөләймәнованы район Советының Почет грамоталары менән бүләкләне. Гәзит биттәрендә мәҙәни сараларҙы даими яҡтыртып барғандары һәм күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн мөхәрририәткә район мәҙәниәт идаралығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы - “Белорет мәғлүмәт үҙәге” директоры Гөлнара Фаил ҡыҙы Мөхәмәтғәлинаға һүҙ бирелгәс, ул милләттәштәрен гәзитте һаҡларға, тираж һанын кәметмәү өҫтөндә бергәләп эшләргә саҡырҙы, барыһына ла уңыштар, һаулыҡ теләне һәм гәзиттең хәбәрселәре - Эльвира Ғәббәс ҡыҙы Хәмзина менән Эльза Әнәс ҡыҙы Мөхәмәҙиеваны Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Почет грамоталары менән бүләкләне.
Рәсимә Сәлихованың тулы материалын гәзиттең 103-сө һанында (26.12.17) уҡығыҙ.



Оставить комментарий